18 февралдән 21-нә тиклем 3-сө курс студенты Артем Ворожейкин остазы Венер Исхаҡов етәкселегендә Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы базаһында үткән “Профессионалдар” конкурсында район данын яҡланы. Ул “Ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу” компетенцияһында теорияны һәм практиканы биш бармағың кеүек белергә, техник документация, интернет менән ҡуллана белергә, запчастәргә заказ эшләй белергә һәм башҡа шундай “белергә кәрәк”тәрҙән торған этаптарҙы уңышлы йырып сығып, беренсе урынға лайыҡ була! Тимәк, етәксеһенең хеҙмәте бушҡа китмәгән.
– Артем тырыш егет, барыһын да белергә ынтыла. 1-се курстан минең менән гаражда күп йөрөнө. Былтыр тәгәрмәсле-сылбырлы тәгәрмәсле трактор йөрөтөүгә ваҡытлы таныҡлыҡ алды. Ырымбур өлкәһенең Бурунча ауылы егете практиканы үҙҙәрендәге хужалыҡта үтте. Каникул ваҡытында ла шул хужалыҡта эшләне. Теорияны ғына түгел, практиканы ла яҡшы белгәс, Артемға бигүк ҡыйын булмағандыр. Әлбиттә, заданиелар еңелдән булманы. Етмәһә, конкурстағы техникалар беҙҙең районда юҡ. Директорыбыҙ Гөлназ Тоҡомбәтоваға рәхмәт, беҙгә техника булған ергә барып әҙерләнеү мөмкинлеге бирҙе, – ти мастер.
Әйткәндәй, 25 йыл хеҙмәт стажына эйә Венер Вәкил улы студенттары менән бындай һөнәри конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Был еңеү ҙә беренсеһе түгел. Тәжрибәле мастерҙы республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарға эксперт итеп саҡыралар. “Профессионалдар – 2025”-тә лә эксперт булараҡ сығыш яһаған.
Хәҙер уларҙың инеңдә тағы ла яуаплыраҡ бурыс – апрелдә Красноярск крайынеда “Профессионалдар – 2025” конкурсының төбәк-ара чемпионатында Башҡортостан данын яҡлау тора. Артемға һәм Венер Вәкил улына уңыштар теләйбеҙ.