Юлдыбай ауылы янындағы баҫыуҙа тәжрибәле механизаторҙар Илшат Күҙәшев һәм Ғәҙелйән Исхаҡов комбайндарҙа уңыш йыя. Комбайн бункирына тулған ашлыҡты ырҙын табағына оҙаҡ йылдар йылдар водител булып эшләгән Усман Теләүморатов “КамАЗ”да ташып өлгөртөп тора.
Келәткә бушатылған бойҙайҙы Рафиҡ Мусаҡаев, Лилиә Ғайсина һәм Тимур Маннатов шылдырып матурлап һалалар.
– Былтыр ямғырға эләгеп, бойҙай әрәм булды. Прогнозлау буйынса, шул тиклем күп булырға тейеш ине, – ти ойошма бухгалтеры Фәүзәнә Шәйәхмәтова. – Әле ҡыуанабыҙ, бойҙайҙың сығышы яҡшы. Инде көндәр матур торһон тип теләйбеҙ.