– Себерҙә лә, күрше өлкәлә лә эшләнем, таксиҙа ла йөрөнөм. Арыным. Шуға бер генә йүнәлеште – ҡорсолоҡто һайланым, – ти Йәмил. Әйткәндәй, ул ғаиләһе менән йәй ауылда – ата-әсәһе Фәнил ағай менән Фәүзәнә апай янында, ә көҙ Өфөләге фатирҙарына ҡайта. Кәләше Зөлфиә – ғаилә башлығының төп ярҙамсыһы, ҡорттарҙы бергәләп ҡарайҙар. Уландары Илшат менән Иҙелгә лә ауылда оҡшай. Бәләкәс Иҙел саф һауала рәхәтләнеп йоҡлаған арала ағаһы Илшат атаһы янына, умарталыҡҡа ашыға.
– Килем килһен өсөн, үҙеңә ҡорттан да егәрле булырға кәрәк. Апрелдән башлайһың, иртә таң менән ятып киткәнсе эш етәрлек. Һыуыҡтар төшөп, ҡорттарҙы бикләгәнсе улар тормошо менән йәшәйһең, – Йәмил бал ҡорттары тураһында яратып һөйләй. Уның был өлкәлә белмәгән нимәһе юҡ. – Йүкәһе 35 процент булһа, ҡатнаш булһа ла бал йүкәнеке һанала. Бал бирер өсөн йүкәгә төндәр 17-18 градус йылы булырға тейеш. Быйыл төндәр һыуыҡ булғас, беҙҙә ул өс көн генә сәскә атты. Урта рус бал ҡорттары бер сәскәгә осһа, балды оҙаҡ итеп тап шул сәскәнән генә йыя. Шуға балды йүкәнеке тип һанамайым, сәскә балы тейем, – ти Йәмил Фәнил улы. – Ә былай ҡортсолоҡ тураһында бер ҡасан да белеп бөтөп булмайҙыр ул.
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда Бикбовтарҙың ҡорттары айырып, күс ишек алдындағы шыршы ағасына ҡунды. Быны хәйерлегә юрап, уңған ғаиләгә киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләнек.