“Күрәһең, булмышым ат менән бәйле”

Борон яугирҙәр яу ҡырына ат менеп сапҡан. Ярһыу саҡта ла, ауыр саҡта ла, тыуған яҡтарын һағынғанда ла ат һәр ир-егеттең тоғро дуҫы, таяныр терәге булған. Малҡай ниндәй генә хәл булһа ла, хужаһын ташламаған, һәр ваҡыт янында булған. Заман ҙур аҙымдар менән алға атлай. Быға тиклем ауыл кешеһе ат көсө менән донъя көтһә, хәҙер инде ат тотоусылар һирәгәйҙе. Ҡайһы бер ауылдарҙа хатта бөтөнләй юҡ. Ә шулай ҙа атһыҙ тормошон күҙ алдына килтермәгән, күп ваҡытын уларҙы ҡарауға, үрсетеүгә арнаған ир-егеттәр ҙә бар. Мәҡәләм – Ибрай ауылы уңғандарының береһе Нурислам Күсәрбаев тураһында.

“Күрәһең, булмышым ат менән бәйле”“Күрәһең, булмышым ат менән бәйле”
“Күрәһең, булмышым ат менән бәйле”

Бала саҡтан мал ҡарауҙың бар нескәлектәрен яҡшы белгән Нурислам ағай үҙен фермер булараҡ һынап ҡарарға теләп, 2016 йылда мәктәптән китергә ҡарар итә. Ғүмерен балаларҙы спорт һәм хәрби яҡтан тәрбиәләүгә арнаған Нурислам Миңнәхмәт улына был аҙымды эшләү еңел булмай, әлбиттә. Әммә эш хаҡының ҡәнәғәтләндерерлек булмауы, шулай уҡ күптән хыялында йөрөткән ниәте уға икеләнергә бирмәй.

Волгоградҡа машина яллап барып, 50 баш һарыҡ алып ҡайтып, үҙ эшен асып ебәрә ағай. Был эштә уға район хакимиәте тарафынан бирелгән грант бик ярҙам итә. 2020 йылға малдарҙың башы 400-гә барып етә. Ләкин, файҙаһы бик булмау сәбәпле, аттар алырға ҡарар итә. Һарыҡтар һатыла, ҡайһыларылыр аттарға алыштырыла.

Биш йыл эсендә йүнсел хужаның йылҡылары инде күпкә үрсегән. Уларҙы ҡарауы еңелерәк тә: заманса технология ярҙамға килә. Малдарының ҡайҙалығын хужа GPS аша ғына ҡарап белә икән.

Нурислам ағайҙы бөгөн иң ҡыуандырғаны – улы Арсландың аттар менән ҡыҙыҡһынып китеүе. Бөгөн ул сабыш аттары әҙерләй, өйрәтә. Бының өсөн ул хатта Серҙәге эшенән киткән. Тимәк, киләсәктә Нурислам ағайҙың аттарын сабыштарҙа күрәсәбеҙ.

– Сабыш аты әҙерләү, өйрәтеү шул тиклем ауыр эш. Улым әрһеҙ, маладис, тырышып өйрәтә, – ти ғорурланып ағай.

Әлбиттә, мал үрсетеү гел ыңғай ғына бармай. Тәүге йылда өс башты айыу йыға. Күпме аҡса һәм хеҙмәт юҡҡа сыға...

Фермерға бесән әҙерләүҙә грант аҡсаһына алынған трактор, бесән сапҡыс, тырматҡыс ҙур ярҙамсы. Ә былтыр ул йылҡы һатып, трактор арбаһы, һабан алған.

Нурислам Миннәхмәт улының тырыш, уңған, булдыҡлы булыуы мәктәптә 25 йыл физкультура һәм Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытҡанда уҡ билдәле була. Уҡыусыларының шәп спортсы булыуы, төрлө ярыш, конкурстарҙа еңеүҙәр яулауҙары ошоно дәлилләй. Мәҫәлән, Заһит Иҫәнсурин район кимәлендәге олимпиадала беренсе урын алып, республикала һигеҙенсе урынға сыҡҡан.

– Эшегеҙҙән киткәнгә үкенмәйһегеҙме? – тип һорашам.

– Юҡ, бер тапҡыр ҙа. Күрәһең, минең булмышым мал менән бәйле булғандыр. Бигерәк тә, аттар менән, – ти Нурислам ағай.

Ысынлап та, шулайҙыр. Юғиһә, фермер аты менән Баймаҡ районында уҙғарылған “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә Ейәнсураны данлап йөрөр инеме? Әйткәндәй, парадты нәҡ ул башлап йөрөүе лә күп нимә хаҡында һөйләй бит!

Нурислам ағай тормош юлдашы Илүзә апай менән инде 37 йыл татыу, бәхетле ғүмер кисерәләр. Арслан, Ҡарлуғас һәм Филүзә исемле балалар үҫтерҙеләр. Ҡарлуғас Иҫәнғолда йәшәй, тормош иптәше Айнур менән ике ҡыҙ үҫтерә. Кинйәләре Филүзә Өфө медицина колледжын тамамлап, стоматология клиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.

Ғаиләһе – Нурислам ағайҙың ныҡлы терәге, йыуанысы, көс-дәрт биреүселәре. Ә яратҡан шөғөлө, тоғро дуҫтары – аттары йәшнәп йәшәргә сәм бирә, артабан тырышырға этәрә. Ир ҡанаты – ат, тип халҡыбыҙ бушҡа әйтмәгән бит.

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас