Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсуралар һынатманы

15-16 августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивале үтте

Ейәнсуралар һынатманы
Ейәнсуралар һынатманы

Өсөнсө йыл үткәрелгән күләмле сара быйыл да Рәсәйҙең 11 төбәгенән һәм 8 илдән 11,5 мең ҡатнашыусыны йыйҙы. Сараның маҡсаты - төбәктә йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу.

Байрамда ат эйәрләргә, йүгән, ҡамсы эшләргә, уҡ атырға, ҡымыҙ бешеү серҙәренә өйрәнергә мөмкин ине. Сараның асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдынғы крәҫтиән фермерҙарын, ветерандарға наградалар тапшырҙы. Шулай уҡ байрамдың төп бәйгеләре - ат сабышы, тай-тулаҡ, ауҙарыш, ат сабышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. 

Граф күле буйында халҡыбыҙҙың үткәне менән күп милләтле республиканың бөгөнгөһө бергә бәйләнеп, сағыу тамашаға әйләнде. Был рух байрамынан ейәнсуралар быйыл да ситтә ҡалманы. Бөтә райондарҙан йыйылған 500 һыбайлы ҡатнашҡан парадың да алғы сафында беҙҙекеләр барҙы. Ә райондың Ирҙәр ҡоро етәксеһе Ришат Ҡыуатовтың ҡулында – М. Шайморатов исемендәге батальондың байрағы ине.

 

Ришат Рәшит улы Ҡыуатов, Ирҙәр ҡоро етәксеһе: - Күптәр күңел асыу сараһы тип ҡабул итһә лә, был байрамдың маҡсаты – йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү. Беҙҙең – парадта ҡатнашҡан 38 һыбайлының араһында, мәҫәлән, үҫмерҙәр ҙә булды. Ҡартатайҙарыбыҙ Бөйөк Еңеү яулағанда кейгән хәрби форманы кейеп, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы аҫтында үткән егеттәрҙең нисек тулҡынланыуын, ғорурланыуын күрһәгеҙ! Быйыл йәй махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан райондашыбыҙ “Бик” үҙе хеҙмәт иткән Шайморатов батальонының байрағын биреп, уны атлы дивизияның байрағы менән йөрөүҙе үтенгәйне. Вәғәҙәмде үтәп, парадта ошо байраҡ менән үттем. Хәмзә хәҙрәт тә, сараға килгән шайморатовсылар ҙа ныҡ һөйөнгән. Был хаҡта миңә “Бик” шылтыратып һөйләне. “Салауат вариҫтары сигенә белмәй!” Комдив Шайморатовтың һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк.

Ейәнсуралар был юлы үҙ көсөн ат сабышы менән көрәштә генә һынарға булды. Һәм, һөҙөмтә һөйөндөрҙө!  Бәйгелә Ғәлләм Ишмөхәмәтов менән Фәрит Әбделғужиндың сабыш аттары үҙ дистанцияһында беренсе килде!

Милли көрәш буйынса Муйнаҡ спортсылары (етәкселәре Илнур Әбделғужин) Дамир Ишбаев менән Аслан Солтанбаев үҙ ауырлыҡтарында еңеүсе булһа, грэпплинг буйынса Илнар Тайсин – беренсе, Аслан Солтанбаев икенсе урын алды. Шулай уҡ Өмбәттән йәш көрәшсе Алмас Әбделғужин да икенсе урынға лайыҡ булды.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: