Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
31 Октябрь 2018, 11:30

«Башавтотранс» предприятиеһы Өфө — Аҡъяр маршрутын тергеҙҙе

30 октябрҙән «Башавтотранс» предприятиеһы Өфө — Аҡъяр маршруты буйынса автобус бәйләнешен тергеҙҙе.

ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы республиканың иң алыҫ райондарының береһенә — Аҡъярға тиклем автобус бәйләнешен 2016 йылда туҡтатҡайны. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районына эш сәфәре барышында урындағы халыҡты борсоған проблемалар менән танышҡандан һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 30 октябрҙән Өфө менән Аҡъяр араһында бәйләнеш тергеҙелде.
«Аҡъярға автобустар даими, көн аша йөрөй. Өфөнән, Көньяҡ автовокзалдан иртәнге сәғәт 7 тула 10 минутта, икенсе көндө Аҡъярҙан иртәнге 10-сы яртыла ҡуҙғала. Аҡъярға йөрөү өсөн уңайлы Mercedes-Benz Tourismo автобусы бүленгән. Юлға 10 сәғәт 25 минут ваҡыт китә. Юл хаҡы — 1200 һум», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына ҡала-ара пассажир ташыуҙы ойоштороу бүлеге начальнигы Альбина Кравченко.
Аҡъярға тиклем автобус маршруты (оҙонлоғо 560 саҡрым) башҡа тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр ҙә файҙалана алырлыҡ итеп төҙөлгән, улар үҙҙәрендәге автовокзалдарҙа аҙаҡҡы пунктҡа тиклем билет алыу мөмкинлегенә эйә.
Өфө — Аҡъяр автобусы түбәндәге маршрут буйынса йөрөй: Көньяҡ автовокзал — Аэропорт — Талбазы — Стәрлетамаҡ — Салауат — Мәләүез — Мораҡ — Иҫәнғол — Йылайыр — Юлдыбай — Аҡъяр. Ике водитель алмашлап йөрөтә.
«Башавтотранс» вәкиле әйтеүенсә, 2016 йылда «законһыҙ пассажир ташыусыларҙың күбәйеүе сәбәпле» Аҡъярға даими автобусты туҡтатырға мәжбүр булғандар.
«Элек беҙҙең автобустар Аҡъярға көнөнә ике тапҡыр йөрөй ине. «Ларгус»тарҙа һәм башҡа автомобилдәрҙә «нелегал»дар күбәйгәс, маршрут файҙаһыҙ була башланы һәм ябырға тура килде. Пассажирҙар ташыу баҙарында тәртип урынлаштырыу менән хәл үҙгәрер һәм беҙ ошо йүнәлешкә кире ҡайтырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ», — тип өҫтәне Альбина Кравченко.
Читайте нас: