Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Ноябрь 2018, 13:48

НОРМАТИВТАР ҺӘМ ТАРИФТАР РЕСПУБЛИКАЛА ЯҢЫНАН ҠАРАЛА

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса нормативтар һәм тарифтар республикала яңынан ҡарала.

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Тиҙҙән Башҡортостанда махсус ведомство-ара комиссия эш башлай. Уның составына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре, төбәк операторҙары, муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәге вәкилдәре инә.
Маҡсаты — ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу буйынса нормативтарҙы ҡабаттан ҡарау һәм ентекләп өйрәнеү, килеп тыуған барлыҡ һорауҙарға аныҡ дәлилдәр килтереү, хаталарға юл ҡуймау, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса нормативтарҙы һәм тарифтарҙы халыҡ һәм төбәк операторҙары өсөн яраҡлы кимәлгә еткереү.
«Йәмғиәттә көсөргәнешлек тыуҙы. Халыҡ ҡалала һәм ауылда йәшәүселәр өсөн тарифтарҙың ниндәй нормативтарҙан сығып билдәләнеүен аңламай, ә сумма, уларҙың фекеренсә, бик юғары. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беҙгә мәсьәләне өйрәнергә һәм нормативтарға, тарифтарға аныҡ дәлилдәр килтерергә ҡушты», — тип белдерҙе төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу нормативтарын раҫлау мәсьәләләре буйынса ултырышта.
Республика хөкүмәте уҙған йылдың көҙөндә халыҡ һәм бизнестың төрлө төрҙәре өсөн ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар производствоһы нормативтарын раҫланы, ләкин был бик күп һорауҙар тыуҙырҙы, шуға хәҙер уларҙы яңынан ҡарарға кәрәк. Төбәк операторҙарының сүп-сар сығарыу буйынса тарифты ошо нормативтар нигеҙендә иҫәпләүе күҙ уңында тотолғайны.
2019 йылдың февраленән Башҡортостанда йәшәүселәрҙең иҫәп ҡағыҙҙарында газ, һыу һәм электр энергияһы өсөн түләү менән бергә «ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән өсөн» тигән яңы юл барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә айына түләүяҡынса 140,92 һум, шәхси йортта йәшәгәнгә 200,54 һум тәшкил итергә тейеш.
Читайте нас: