Кәрәк: 200 г ыҫланған тауыҡ ите, 150 г ҡыяр, 150 г маринадланған бәшмәк, 1 баш һуған, 4 йомортҡа, майонез йәки ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, борос, йәшел һуған йәки башҡа тәмләткес.
Бәшмәктәрҙе пластинкалап ҡырҡаһың, һуғанды ваҡ ҡына итеп турайһың һәм бергә майҙа ҡыҙҙырып алаһың. Тауыҡ итен, ҡыярҙы нәҙек оҙонса итеп, йәшел һуғанды ваҡлап турайһың. Йомортҡаны уртаса ҡырғыста ҡыраһың. Артабан ҡатлап һалабыҙ: 1-се – тауыҡ ите, 2-се – ҡыяр, 3-сө - бәшмәк менән һуған, 4-се – йәшел һуған, 5-се ҡатламға йомортҡаны һалабыҙ. Һәр ҡатламға тәменсә тоҙ, борос һибәбеҙ, майонез (ҡаймаҡ) һөртәбеҙ. Унан өҫтөн, фантазиябыҙҙы эшкә егеп, йәнебеҙ теләгәнсә биҙәргә генә ҡала.
Кәрәк: 1 ҡап краб таяҡсылары, 1 банка кукуруз, 300 г ҡыяр, 200 г пекин кәбеҫтәһе, майонез, ваҡ тоҙ.
Иң тәү кәрәкле ингредиенттарҙы әҙерләп алабыҙ. Улар төрлө төҫтә булғас, салат бик сағыу һәм аппетитты асып торасаҡ.
Әҙерләү тәртибе: ҡыярҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ, әгәр тышы ҡаты булһа, әрсейбеҙ. Унан алдан иретелгән краб таяҡсыларын шаҡмаҡлап, пекин кәбеҫтәһен ваҡ ҡына итеп оҙонсалап тураҡлайбыҙ. Салат һауытында бөтәһен бергә ҡушабыҙ, кукуруз өҫтәйбеҙ. Тәменсә тоҙ һәм майонез һалабыҙ ҙа болғайбыҙ. Һәм шунда уҡ өҫтәлгә лә бирергә мөмкин. Байрам табынына биҙәп бирһәгеҙ бигерәк тә һәйбәт булыр.
Кәрәк: кәбеҫтә, ҡыяр, һуған, колбаса (кемгә ниндәйе оҡшай), майонез, тәмләткестәр.
Әҙерләү тәртибе: кәбеҫтәне (миндә пекин кәбеҫтәһе, тәмлерәк була) ваҡ ҡына итеп оҙонсалап, ҡыяр, колбасаны һалам кеүек эре итеп оҙонсалап, һуғанды ярымтүңәрәкләп тураҡлайбыҙ һәм тәменсә майонез, тоҙ, борос өҫтәп, болғатабыҙ. Беҙҙең салат әҙер!
Бик тәмле “Наҙлы” байрам салаты, һарымһаҡ айырым бер тәм бирәсәк. Кәрәк: 400 г ветчина, 4 йәш ҡыяр, 180 г ҡаты сыр, 3 бешкән йомортҡа, 1 ҙур ғына һарымһаҡ теше, тоҙ, майонез.
Әҙерләү тәртибе: Ветчина һәм ҡыярҙы һаламлам турайбыҙ, йомортҡа һәм сырҙы ҡырғыста ҡырабыҙ, преста һығылған һарымһаҡ, майонез, тоҙ өҫтәйбеҙ һәм салаттың өҫтөн биҙәп, өҫтәлгә бирергә лә була.
Кәрәк: 0,5 кг шампиньон, 1 ҙур ғына һуған, 1 тауыҡ бото йәки түш ите, 2 ҡыяр, 2 йомортҡа, 1 һауыт маринадланған кукуруз, майонез, тоҙ, борос – тәменсә, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы.
Шампиньондарҙы таҙартабыҙ, турайбыҙ, тоҙлап еңелсә утта ҡыҙҙырып алабыҙ. Табаға май ҡойор алдынан, табаны ҡапҡас менән ябып, бәшмәкте әҙерәк бешереп алабыҙ һәм барлыҡҡа килгән һыуын түгәбеҙ. Һуғанды әрсейбеҙ, турап, ҡыҙҙырып алабыҙ. Шаҡмаҡлап бешкән тауыҡ итен, йомортҡа һәм ҡыярҙарҙы турайбыҙ. Бөтәһен дә салат һауытына һалабыҙ, кукуруз өҫтәйбеҙ, болғайбыҙ. Тоҙ, борос һибәбеҙ, тәменсә ҡарап, майонез һалабыҙ һәм тағы бер тапҡыр бутайбыҙ.