Ауылға терәлеп, Ергәйеш йылғаһына яр булып баҫҡан был бейек тауға мин ҡайтҡан һайын менеп төшәм. Ул тауға менеп төшөү генә миңә йыллыҡ көс, ниндәйҙер күңел күтәренкелеге бирә. Бигерәк тә иң бейек түбәһенә менеп аҫҡа ҡарап торорға яратам. Тын ҡурыла, йөрәк йыш-йыш тибә, ә күңелдә тау еленең тәьҫиренән тыуған ярһыу хистәр ҡайнай.
Үҙем менән Наил мыртыйымдың ҡыҙы Миләүшәне, улы Рафаэлде эйәртәм. Улар һөйләшергә әүәҫтәр. Башҡорт телен һағынып ҡайтҡан кешегә уларҙың саф башҡортса һөйләшеүҙәре бик танһыҡ. Миләүшәнең йырларға яратҡанын беләм, шуға үҙенә оҡшаған йырын йырлап ишеттереүҙе һорайым. Уға Рафаэль дә ҡушыла. Был һәләт уларға әсәйҙәренән күскән. Гөлйемеш килен дә сәхнә түренән йырлаған артистарҙан кәм түгел. Миләүшә матур тауышы менән оялып ҡына йырлай, ә мин рәхәтләнеп тыңлайым.
– Үҙ тыуған ереңдәһең, ҡыҙым, ошо ерҙең балаһы, рәхәтләнеп, оялмайынса йырла. Тауҙарың, йылғаларың да ишетһен. Улар ҙа һинең өсөн шатланһындар, – тим.
– Ярар, инәй, – ти ҙә ул көслөрәк тауыш менән дауам итә. Беҙ артабан атлайбыҙ.
Миләүшә бала саҡтан уҡ ризыҡ бешереүгә лә әүәҫ ине. Бигерәк тә торттар бешереп, төрлө кремдар яһап, уларҙы биҙәргә, ә өҫтәл өҫтөнә ризыҡтарҙы матур итеп ҡуйырға ярата. Биштирәк ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бала аш-һыу серҙәренә ҡала ерлегендәге балалар кеүек түңәрәктәргә йөрөп түгел, ә көндәлек тормошта тәмле итеп аштар бешергән әнейенә ҡарап өйрәнә. Әнейе Гөлйемеш тә аш-һыуға оҫта хужабикә булыуы менән бер рәттән, ҡыҙының да мауығыуын һәр яҡлап үҫтереп тора. Ул һораған төрлө тәмләткестәрҙе, бешереү өсөн формаларҙы, приборҙарҙы алып бирергә тырыша. Бергәләп яңы рецептар өйрәнәләр, яңынан-яңы аш төрҙәре бешереү серҙәренә төшөнәләр. Миләүшә көндәлек, байрам, ҡунаҡ өҫтәлдәрен әҙерләүҙә уның ярҙамсыһы булып үҫә.
2018 йылда Байыш урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, ул үҙенең мауығыуына ярашлы һәм бала саҡтан яратҡан шөғөлөнөң серҙәренә тағын да нығыраҡ төшөнөү, үҙенең оҫталығын үҫтереү өсөн, Өфөнөң күп профилле һөнәри колледжына, ашнаҡсы-кондитер факультетына уҡырға инә. «Мин, Алла бойорһа, колледжды тамамлағас, юғары уҡыу йортона уҡырға инәм, үҙемдең һайлаған һөнәрем буйынса юғары белемле белгес булаһым килә. Киләсәктә тәмле торттар бешереү буйынса үҙемдең эшемде булдырырға хыялланам», – ти. Йәштән үк алдына дөрөҫ итеп маҡсаттар ҡуйып, был тормошта үҙенең ниндәй һөнәр эйәһе буласағын асыҡ күҙаллап, шул һөнәргә эйә булыу өсөн үҙенең һәләтен үҫтереү өҫтөндә эшләргә бар тырышлығын һаласағын һәм уның өсөн ниндәй белем кәрәккәнен аңлауына мин ғәжәпләндем дә, ҡыуандым да.
Был мәҡәләне яҙыуымдың да ҡыуаныслы сәбәбе бар. Уҡырға инеүенә өс ай ғына булыуға ҡарамаҫтан, Миләүшәнең тырыш, булдыҡлы, бешерергә оҫта ҡуллы икәнен уҡытыусылары күреп ҡала. Уны Өфө ҡалаһында
ВДНХ-ла Өфө халыҡ-ара белем салонында үткән төрлө һөнәри уҡыу йорттарын рекламалау, киләсәктә шунда уҡырға килергә өгөтләү маҡсаты менән үткәрелгән сараға оҫталыҡ дәресе күрһәтергә ебәрәләр. Миләүшә торттарҙы биҙәүҙә файҙаланылған материал – мастиканы ҡулланыу ысулдарын күрһәтә. Был сарала Башҡортостандан ғына түгел, Санкт-Петербург, Мәскәүҙән, ғөмүмән, Рәсәйҙең башҡа күп кенә ҡалалары юғары уҡыу йорттарынан, һөнәри колледждарынан вәкилдәр ҡатнаша. Студенттар уҡыу йорттарының профессиональ йүнәлешен сағылдырған, һайлаған һөнәрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәләр, таныштыралар, сығыш яһайҙар. Был сара ошо уҡыу йорттарына киләсәктә уҡырға инергә ҡыҙыҡһындырыу маҡсаты менән үткәрелә. Ике көн барған сараға Миләүшә тырышып әҙерләнә, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп мастика менән торттарҙы заманса биҙәү ысулы менән таныштырып, оҫталыҡ дәресе үткәрә. Уның сығышын күҙәткән уҡытыусылары Миләүшәне юниор-ашнаҡсы, юниор-кондитерҙар конкурсына ебәрергә хәл итә.
– Күп һанлы беренсе курс студенттары араһынан мине һайлап алыуҙары, бер яҡтан, ҙур яуаплылыҡ хисе уятһа, икенсе яҡтан, минең өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды, – тип иҫкә ала Миләүшә. – Беҙҙең әҙерләгән десерттарыбыҙҙы төрлө ҡалаларҙан килгән тәжрибәле ашнаҡсылар, кондитерҙар баһаланы. Хатта араларында Франция вәкиле лә бар ине. Конкурс буйынса, беҙҙең эшебеҙҙе бик етди ҡағиҙә пункттары буйынса баһаланылар. Ризыҡтарҙы дөрөҫ тура килтереү, приборҙар менән белеп, тормош хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәп ҡулланыу, эш урынында тәртип һәм таҙалыҡ, әҙерләгән ризыҡтың ҡатмарлығы, зауыҡ менән биҙәлеүе, аҙаҡ килеп, үҙенсәлекле булыуы һәм тәме баһаланды. Бала саҡтан яратып эшләгән һөнәрем булғанғамы, мин үҙемдең десертымды күңел биреп, бар тырышлығымды һалып яһаным. Мин француз десерты – бланманже әҙерләнем. Шоколадтан Эйфель башняһы яһаным, ә аҫтын карамелдән эшләнгән сәскәләр, шоколад биҙәктәр менән биҙәнем, – тип һөйләне был конкурс тураһында Миләүшә.
Еңермен тип һис тә уйламаған Миләүшә. Бары тик өҫтөнә йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡарашы, уға ышаныс белдергән уҡытыусыларҙың өмөтөн аҡлау теләге һәм һайлаған һөнәрен яратыуы уға был конкурста өсөнсө урын яуларға ярҙам итә.
– «Өсөнсө урын – беҙҙең өсөн ҙур еңеү, һине һайлап яңлышмағанмын. Иң тәмлеһе – һинең десерт, тинеләр. Биҙәү буйынса тәжрибә йыйырға ваҡыт ҡына етмәй ҡалды», – тине миңә уҡытыусыбыҙ. Атай-әсәйемә рәхмәт. Улар мин бешергән ризыҡтарҙы маҡтап ашап, етешһеҙлектәремде әйтеп, кәңәштәрен биреп, һәр ваҡыт минең теләгемде үҫтереп торҙолар. Башланғыс класс уҡытыусым Илфат ағай Ҡарасуринға ла рәхмәт. Ул да минең мәктәпкә байрамдарға бешереп, үҙемсә тырышып биҙәп алып килгән ләүәштәремә ҙур әһәмиәт биреп, иптәштәрем алдында гел маҡтап торҙо. Был һинең призвание булыр ахыры, ти ине, – тип һөйләй Миләүшә.
Әлбиттә, туғанымдың алдына ҡуйған маҡсаты бейек тау кеүек. Уның түбәһенә менеп етеп, үҙ йондоҙона яҡынайыу өсөн әле бик күп белем, тырышлыҡ, сабырлыҡ, эшләгән эшеңде яратыу кәрәк. Ул тауға менеү баҫҡыстары бихисап. Шуныһы ҡыуаныслы – уның беренсе аҙымдары уҡ ошо баҫҡыстың беренсе баҫмаларына баҫыуҙан башланды.