Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек,
Теләктәрҙән күңел сафлана.
Өр-яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте –
Шул саҡ яңы тормош башлана!
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы, хеҙмәттәштәрегеҙҙе Яңы 2019 йыл менән ҡотлап, иң матур, изге теләктәрегеҙҙе еткергегеҙ киләме? Ә «Ейәнсура таңдары» гәзите һеҙгә шундай шәп мөмкинлек тәҡдим итә! Махсус акция сиктәрендә ҡотлауҙар ташлама менән 21 декабргә тиклем ҡабул ителә. Шулай итеп хаҡтар:
теләк + 4 юллыҡ (1 куплет) шиғыр менән – 150 һум;
теләк + 6 юллыҡ шиғыр менән – 200 һум;
теләк + 8 юллыҡ шиғыр менән – 250 һум.
Ойошмаларҙан, предприятиеларҙан, шәхси эшҡыуарҙарҙан да ҡотлауҙар ҡабул итәбеҙ: 1 модуль (12,5 кв.см) 500 һум буласаҡ.
Хөрмәтле дуҫтар! Телдән әйтелгән теләктәр байрам шауҡымында онотолоуы ихтимал, ә ташҡа баҫылғанды ҡабат-ҡабат уҡып (һәм һин генә түгел!), хәтер яңыртырға мөмкин.
Мөмкинлекте файҙаланып, яҡындарығыҙҙы ҡотларға ашығығыҙ!