Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Февраль 2019, 19:51

Йәшә, Нурия, йәшә!

Төрлө матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләремде китап итеп сығарырға йыйынғанда, архивымда ошоноһона юлыҡтым. Баҫылғанмылыр ул, юҡмылыр – хәтерләмәйем. Яңыраҡ район мәҙәниәт йортонда Нурия Абдуллинаға ярҙам йөҙөнән үткәрелгән концерт шауҡымы мине ҡулыма ҡәләм алырға этәрҙе. Датаһы ла күрһәтелмәгән мәҡәләмдең күсермәһен һеҙгә тәҡдим итәм.

Йәшә, Нурия, йәшә!

Төрлө матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләремде китап итеп сығарырға йыйынғанда, архивымда ошоноһона юлыҡтым. Баҫылғанмылыр ул, юҡмылыр – хәтерләмәйем. Яңыраҡ район мәҙәниәт йортонда Нурия Абдуллинаға ярҙам йөҙөнән үткәрелгән концерт шауҡымы мине ҡулыма ҡәләм алырға этәрҙе. Датаһы ла күрһәтелмәгән мәҡәләмдең күсермәһен һеҙгә тәҡдим итәм.

«Концерт бөттө. Ә мин Нурия Абдуллинаға әйтергә уйлағанымды әйтә алмай ҡалдым. Күп кеше концертҡа сәғәттән ашыу алдан килгән ине. Тәнәфесһеҙ өс сәғәт барған тамашанан һуң ҡотлауҙар, рәхмәт һүҙҙәре ағылды ла ағылды…

Юбилярға, йәғни был концерттың эйәһенә әйтер һүҙҙәремде, һуңлап булһа ла, гәзит аша еткерәм. Район мәҙәниәт йортоноң залында шығырым тулы булған тамашасыларҙан һине белеүселәрҙең иң стажлыһы мин инем, Нурия. Сөнки мин һинең туйыңда булғайным бит. «Заветы Ильича» колхозының ЗиЛ-52 машинаһында йырлай-йырлай барғайныҡ беҙ. Тамаҡ ялғарға туҡтағанда, мәҙәк һөйләп, туғандарҙы көлдөрөп алдым.

– Их, ҡустым, – тейем һинең буласаҡ ирең Валерийға, – был тиклем йәһәннәмдән кәләш алғансы, алдан кәңәш һораһаң, мин һиңә Кесе Һүрәм буйынан ҡыҙҙарҙы рыдванкаға тейәп алып ҡайтыр инем, оҡшағанын һайлап алыр инең. (Был һүҙҙәрҙе ауылда бер олатай һуғыштан һуң мәрйә алып ҡайтҡан улына әйткән).

Ошо шаяртыу һүҙҙәрен Әбйәлил районына ҡәйнешең Русландың туйына барғанда ла ҡабатлағайным. Ул саҡта минең машинала инек, ә алдыңда имсәк ҡыҙың – Ләйсән ине.

Әлшәй районының бәләкәй генә Баязит ауылында мине хайран ҡалдырғаны һеҙҙең музыкаль ғаилә булды: атайың да, абзыйың да, апайың да, һин дә – оҫта гармунсылар һәм йырсылар. ¤лкән йәштә булһа ла, нисек һоҡланғыс башҡара ине боронғо башҡорт йырҙарын Насибулла ҡоҙа!

Туйҙы бик матур үткәрҙек. Беҙ ҡайтыр алдынан өҫтәл артында ултырғанда ҡоҙағый һине аҙна-ун көнгә ебәрмәй торорға теләген белдергәйне. Ҡыҙмаса булып алғас, Марс ҡайнағаң менән мин ҡомарланып киттек, бейей-бейей йырлайбыҙ ҙа йырлайбыҙ:

Беҙ килмәнек буш китергә,

Килдек алып китергә…

Барыбер һүҙебеҙҙе һүҙ иттек, әсәйеңде илатып, һине алып ҡайтып киттек. Тик Үргенгә ҡайтҡас, Баныу еңгәйҙең сәйен эскәндә һинең моңһоу йөҙөңә иғтибар иттем һәм һине шундай йәлләнем, үҙемде эстән әрләнем. «Дуракбыҙ ҙа инде беҙ, нишләп ошо баланы, яңы ғына педагогия училищеһын бөткән ҡыҙҙы, ата-әсәһе янында бер аҙға ҡалдырманыҡ икән?» – тип эй үкендем. Иҫәр аҡылы – төштән һуң, шул булалыр инде.

1976 йылда Иҫәнғолдоң 2-се урта мәктәбендә директор булып эшләй башлағас, миңә йыл ярымдан һуң фатир биргәйнеләр. Ошо айҡанлы минең тыуған көнөмдө һәм Яңы йылды бергәләп билдәләү кисәһенә саҡырылған өс ғаиләнең береһе һеҙ инегеҙ. Һин медицина институтында уҡып йөрөгән һеңлеңде лә алып килгәйнең. Шунда йырлаған бер йырыңды өйрәнергә өйөгөҙгә лә барып йөрөгәйнем:

Көн аяҙ, килә яҙ. Сәскәгә төрөнөп,

Һин дә кил, Сәрбиназ, шатлыҡлы көн булып…

Йыр-моң минең ҡаныма ла һеңгән, әсәй һөтө менән ингәндер, тим. Шуға концерттарҙан ҡалмайым, хатта үҙем дә ҡатнашырға тырышам. Һинең үткән йыл булған концертыңды ла ҡарағайным. Быйыл да килдем һәм иҫ киткес ләззәт алдым. Һин өс тапҡыр сыҡтың сәхнәгә. «Юлдаш» радиоһында алып барыусы булып эшләү һинең телеңде лә шундай шымартҡан. Танылған һәм йәш сәхнә оҫталарының сығыштары ла күңелгә бик оҡшаны».

… Ә был юлы концерт унһыҙ үтте. Ауыр сиргә тарыған Нурия Абдуллинаға ярҙам йөҙөнән ¤фө артистары тарафынан ойошторолдо ул. Концерт тамашасыларҙың көслө алҡыштарында тамамланғас, сәхнәгә район башлығы Дәмин Юланов күтәрелде. Ул артистарға дежур һүҙҙәр әйтер өсөн сыҡманы, ә Нурия Насибулла ҡыҙына арналған бик йылы һүҙҙәр әйтте, үҙенең һәм тамашасыларҙың иң изге теләктәрен еткерҙе. Ҡәһәрле ауырыуҙан һауығып сығып, районда осрашырға өмөт белдерҙе.

Һүҙемде йомғаҡлап, бер матур йырҙағы һүҙҙәрҙе ҡулланып әйтке килә:

Рәхмәт һиңә, моңло тауышың булған өсөн,

Рәхмәт һиңә моңло йырҙар яҙған өсөн.

Рәхмәтемдең иң ҙурыһы был донъяға

Йыр-моң бирергә тип килгән өсөн!

Тағы ла күп йырҙар ижад итер һәм кешеләргә уларҙы йырлар өсөн йәшә лә йәшә, Нурия!
Редакциянан. Бер йыл элек табиптар Нурия Абдуллинаға киҫкен миелобласт лейкозы тигән диагноз ҡуйған. Ул 10 химия терапияһы курсын үткән дә инде. Ыңғай динамика күҙәтелә, тулыһынса һауығыу мөмкинлеге лә бар. Нурияға Төркиәләге алдынғы клиникаларҙың береһендә електе күсереү операцияһын эшләтеү өсөн $110 000 – яҡынса 7,3 миллион һум кәрәк. Ғаиләнең быға көсө етмәй. Уның туғандары һәм яҡындары халыҡҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Нурия Абдуллинаға ярҙам ҡулы һуҙыу өсөн асылған иҫәп номеры:

Карта СБЕРБАНК 2202200651210450 Привязана к номеру 89174944023.

Ил төкөрһә, күл була. Районыбыҙ килене, яратҡан йырсыбыҙ Нурия Абдуллинаға яман сирҙе еңергә ярҙам итәйек! Беҙ һеҙҙең менән, Нурия апай!
Читайте нас: