Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Февраль 2019, 13:12

Изгелек, тыныслыҡ, ирек билдәһе

1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт ССР-ы Юғары Советы яңы флагты рәсмиләштерә һәм зәңгәр, аҡ, йәшел төҫтәрҙән торған әләмебеҙ Башҡортостандың мөһим дәүләт символдарының береһе булып тора.

25 февраль – республиканың Дәүләт флагы көнө

Изгелек, тыныслыҡ, ирек билдәһе
1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт ССР-ы Юғары Советы яңы флагты рәсмиләштерә һәм зәңгәр, аҡ, йәшел төҫтәрҙән торған әләмебеҙ Башҡортостандың мөһим дәүләт символдарының береһе булып тора.

Башҡортостан флагы бер нисә тапҡыр үҙгәрештәргә дусар була. Беренсе рәсми символ 1917 йылда барлыҡҡа килә. Ул өс төҫтә була: зәңгәр, йәшел, аҡ. Әлегеһе менән сағыштырғанда, улар башҡа мәғәнәне аңлатҡан. Зәңгәр төҫ – башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауын билдәләгән, йәшел – халыҡтың күпселеге Ислам динен тотоуын күрһәткән, ә аҡ төҫ тыныслыҡты яратыуҙы, бәхеткә ынтылыуҙы аңлатҡан.

Республиканың икенсе флагы 1937 йылда барлыҡҡа килгән. Ул тоташ ҡыҙыл төҫтән булған. Һул яғында алтынһыу хәрефтәр менән башҡорт һәм рус телдәрендә республика атамаһы яҙылған. 1956 йылда флагҡа тағын үҙгәрештәр индерелә. Был юлы ҡыҙыл флагта – зәңгәр вертикаль һыҙыҡ, ә уң яғында ураҡ менән сүкеш рәсеме пәйҙә була. Эмблеманың аҫтында ике телдә республика атамаһы яҙыла.

1192 йылда республиканың әлеге флагы барлыҡҡа килде һәм 2003 йылда ул йәнә раҫланды. Әлеге флаг зәңгәр, аҡ, йәшел төҫтәрҙән тора. Башҡортостан Республикаһының символикаһы хаҡындағы законда уларға шундай аңлатма бирелә. Зәңгәр төҫ – яҡтылыҡ, изгелекте, урындағы халыҡтың саф уйҙар менән йәшәүен аңлата. Аҡ – тыныслыҡ, асыҡлыҡ, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙы күрһәтә. Йәшел төҫ – ирек, йәшәүҙең мәңге булыуын билдәләй. Аҡ төҫкә алтынһыу ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Ул ете таждан тора. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, ә уның ете тажы – тәү башлап бында килеп төпләнгән ете ырыуҙы ағылдыра.

Ысынлап та, флаг республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошоноң атрибутына әүерелде. Флагты күргән һайын күңелдә республикм өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның үҫешенә тағы ла күберәк көс һалыу теләге уяна.

Ф. Әхмәтова.


Читайте нас: