Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Март 2019, 16:21

АВТОЛЕДИҘАРҒА - ГӨЛЛӘМӘ

Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре руль артындағы гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.

Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре руль артындағы гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
Бөтә Рәсәйҙә үткәрелгән байрам акцияһына ҡушылып, юл хәрәкәте инспекторҙары район үҙәге буйлап машинала елдергән ҡатын-ҡыҙҙарҙы туҡтатты. Ҡаушап ҡалып, документтарын барлаған автоледиҙар инспекторҙар ҡулындағы тюльпан сәскәләрен күреп, ихлас йылмайҙы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы, майор Илнур Бакиров, юл-пост хеҙмәте инспекторы, лейтенант Илдар Әминев һәм участка инспекторы, лейтенант Линар Ҡаракинов руль артындағы һәм йәйәүле гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлап, тюльпандар бәйләмен тапшырҙы һәм юл ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеген иҫкәртте. Ә ҡатын-ҡыҙҙар иһә яҙ һәм байрам кәйефе бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Бөгөн Юл
хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына дәүләт хеҙмәттәре алырға килеүсе
ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ошонда ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып, гөлләмәләр алып һөйөндө
Читайте нас: