Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Март 2019, 12:06

Бер оҫтаға – бер оҫта

«Әгәр берәй эш башҡарғанда, ҡаршылыҡтар осрамаһа, үҙең яһалма рәүештә булһа ла булдыр», ти аҡыллы япондар. Сөнки нәҡ ҡаршылыҡ-кәртәләр кешене сыныҡтыра ла, һайлаған юлыңдың дөрөҫмө-түгелме икәнен һынай ҙа.

Бер оҫтаға – бер оҫта

«Әгәр берәй эш башҡарғанда, ҡаршылыҡтар осрамаһа, үҙең яһалма рәүештә булһа ла булдыр», ти аҡыллы япондар. Сөнки нәҡ ҡаршылыҡ-кәртәләр кешене сыныҡтыра ла, һайлаған юлыңдың дөрөҫмө-түгелме икәнен һынай ҙа.
Салауат педагогия училищеһын 2008 йылда тамамлап ҡайтҡан йәш белгес Вилә лә тәүҙә уңышһыҙлыҡҡа осрай: район мәғариф бүлегендә башланғыс кластар уҡытыусылары кәрәкмәүен әйтәләр. Ҡайҙа барырға? Тыуған ауылы Ғәббәстә эш юҡ, райондан ситкә китер ине, яңы ғына операция яһатҡан әсәһе янында булырға кәрәк. Шул мәлдә район гәзитендә эшкә саҡырыусы иғлан күреп ҡала: шәхси йүнсел Исхаҡоваға кондитерҙар кәрәк икән…
– Венера Фуат ҡыҙына әле булһа рәхмәт әйтеп бөтә алмайым, – ти бөгөнгө көндә сәк-сәк эшләү оҫтаһы булып танылған Вилә Ғаяз ҡыҙы. – Мин унан сәк-сәк, ләүәштәр бешерергә өйрәнеп кенә ҡалманым, унда эшләгәндә буласаҡ тормош иптәшемде осраттым. Үрген егете Алмастың бер туған апайы ла ошонда эшләй ине. Заказдар күп булып, һуңға ҡалған саҡтарҙа Алмас беҙҙе килеп ала торғайны, шулай танышып, һөйләшеп киттек. 2011 йылда өйләнештек…
Комсомол урамына бер биҙәк булып эшләнеп ятҡан өй янынан һоҡланып үтмәгән кеше юҡтыр. Ул тимерҙе төрлөсә бөгөп-семәрләп эшләгән ҡоймаһы бер таң ҡалдырһа, заман материалдарынан гүзәллек өлгөһө тыуҙырып, һәр өлөшөнә күңел йылыһы, оҫталыҡ һалып зауыҡ менән төҙөлөүсе ҙур йорт тел шартлатырға мәжбүр итә. ¤йҙәрен иҫән-һау эш итеп инеү насип булһын йәштәргә. Никахтар күктә ярала, тиҙәр бит. Хоҙай Тәғәлә «бер оҫтаға – бер оҫта» тип әйткән сағына тап килеп ҡоролғандыр Ейәнбирҙиндар ғаиләһе. Алмас Азат улын да тирә-яҡта оҫта тимерсе тип беләләр. Улар донъяны шундай яратып көтәләр. Быйыл ҡарҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә, уларҙың ихатаһы ялтлап тора, таҡырлап таҙартып ҡуйылған. Алмас эшкә киткәнсе йә ҡайтҡас, көн дә яуып торған ҡарҙы көрәй, баҡсаға ташлай. Алты йәшлек игеҙәк ҡыҙҙар Азалия менән Разалия ла тик тормай: ана бит, тышҡа сығыуҙары булды, береһе тупһа һеперергә тотондо, икенсеһе ҡулына көрәген алды. Балалар – ата-әсәнең көҙгөһө, тип белмәй әйтмәйҙәр шул. Әйткәндәй, игеҙәктәр быйыл 1-се класҡа уҡырға бара. Иҫәнғолдағы 2-се мәктәптә ашнаҡсы булып эшләүсе әсәйҙәре уларҙы мәктәпкә «Скорочтение» курстарына, район мәҙәниәт йортона репетицияларға йөрөтөргә лә ваҡыт таба. Ҡыҙҙар «Милашки» төркөмөндә бейейҙәр икән.
– Эшемдән дә, тормошомдан да уңдым, – тип мөләйем йылмая Вилә.

Виләнән сәк-сәк рецебы:

5 йомортҡаға балғалаҡ осонда сәй содаһы, бер семтем тоҙ һалып миксер менән туғырға. Уны «водяная баня»ла тотоп йылытҡас, он һалып баҫырға (туҡмас ҡамыры ҡатылығында). Әҙер ҡамырҙы бер-ике сәғәткә ял иттерергә, араһында онламай ғына баҫып-баҫып алырға. Шунан йәйеп, 2-3 см киңлегендәге таҫмаларҙы туҡмас һымаҡ ҡырҡырға. 2 л үҫемлек майын (мотлаҡ магазиндыҡы кәрәк, үҙең сығартҡан күперә) ҡыҙҙырырға, «туҡмас»тарҙы «шумовка»ға һалып, яйлап төшөрә барып, болғата-болғата бешерергә.
Ә сиропты бал менән шәкәрҙән 1:1 нисбәтендә эшләй икән. Был осраҡта 250 г балға 250 г шәкәр ҡомо кәрәк була.
Әйтһәм әйтәйем: Виләнең сәк-сәге һоҡланып туймаҫлыҡ
матур ҙа, тәмле лә!
Читайте нас: