Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Март 2019, 11:43

«Ни өсөн Иҫәнғолда – 70, Мораҡта – 35?»

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ«Сүп-сар реформаһы» башланды. Февралдән «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн» түләмде күптәребеҙ алды ла. Һәм аптырашта ҡалды. Ни өсөн күптән ҡырҙа йәшәгән балаларыбыҙ өсөн дә түләм килгән? Кем менән килешеү төҙөргә? Ни өсөн мәрхүмдәр ҙә иҫәпкә алынған? – ошо һәм башҡа һорауҙар менән был арала редакцияға шылтыратыуҙар йышайып китте. Иҫәнғолдан В. Дилмөхәмәтов: «Мораҡ Иҫәнғолдан күпкә ҙур. Ни өсөн унда кеше башына 35 һум, ә беҙҙә – 70?» – тигән һорау менән редакцияға инеп сыҡты.

«Сүп-сар реформаһы» башланды. Февралдән «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн» түләмде күптәребеҙ алды ла. Һәм аптырашта ҡалды. Ни өсөн күптән ҡырҙа йәшәгән балаларыбыҙ өсөн дә түләм килгән? Кем менән килешеү төҙөргә? Ни өсөн мәрхүмдәр ҙә иҫәпкә алынған? – ошо һәм башҡа һорауҙар менән был арала редакцияға шылтыратыуҙар йышайып китте. Иҫәнғолдан В. Дилмөхәмәтов: «Мораҡ Иҫәнғолдан күпкә ҙур. Ни өсөн унда кеше башына 35 һум, ә беҙҙә – 70?» – тигән һорау менән редакцияға инеп сыҡты.

Гәзит уҡыусыларҙы һәм үҙебеҙҙе лә борсоған һорауҙарға «Эко-Сити» төбәк операторы ярҙамында яуаптар эҙләйбеҙ.

– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға килешеүҙе ҡайҙа нисек төҙөргә? Ниндәй документтар талап ителә?

– 1 ғинуарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, транспортировкалау, эшкәртеү һәм утилләштереү яңы коммуналь хеҙмәт булып тора, йәғни һыу, йылылыҡ һ.б. хеҙмәттәр һымаҡ –түләүле. Был хаҡта килешеүҙе 3-сө хеҙмәтләндереү зонаһында йәшәүселәр барыһы ла «Эко-Сити» төбәк операторы менән төҙөргә тейеш. Документ «публичная оферта» рәүешендә. Уның проекты компанияның сайтында (www.roecocity.ru), шулай уҡ 3-сө зонаға ҡараған ҡала-райондар сайттарында бирелгән.

Килешеүҙе «Энергосбыт» компанияһы офистарында төҙөргә мөмкин. Шулай уҡ www.roecocity.ru. сайтында заявка ҡалдыра алаһығыҙ. Ғаризаға торлаҡ хужаһының паспорт күсермәһен, теркәлгән граждандар һаны тураһында белешмә, милеккә хоҡуҡты раҫлаусы документтар күсермәһен, әгәр милек хужаһы мөрәжәғәт итмәһә, ышаныс ҡағыҙы ҡушып бирергә кәрәк.

Күп фатирлы йорттарҙа төбәк операторы идарасы компания менән килешеү төҙөй.

– Сүп-сар өсөн түләү нисек иҫәпләнә?

– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләү түбәндәгесә иҫәпләнә: тарифты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылыу нормативына ҡабатлап, килеп сыҡҡан күрһәткесте кеше һанына ҡабатларға кәрәк. Республикала ҡалдыҡтарҙың йыйылыу нормативы (ябай тел менән әйткәндә, кешенең күпме сүп-сар «етештереүе») барыһы өсөн дә бер иш: күп фатирлы йортта йәшәгән кеше өсөн йылына — 1,92 м3, шәхси хужалығында теркәлгәндәргә — 1,95м3. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән «күсеү» осоронда халыҡтан хаҡ билдәләнгән тарифтан кәмерәк алынасаҡ. Сүп-сар даими, айына бер тапҡырҙан йышыраҡ сығарылған ауылдарҙа халыҡ яңы хеҙмәт өсөн бер кешегә 70 һумдан түләй. РФ Торлаҡ кодексына ярашлы, граждандар торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында һәм тулы түләп барырға тейеш. Бурыстар йыйыла ҡалһа, төбәк операторы түләмәүсене судҡа бирә ала. Һәм түләмгә пеня, суд сығымдары өҫтәлеүе ихтимал.

– Әгәр гражданиндың үҙе йәшәгән йорттан тыш йәнә торлағы булһа, унда бер кем дә йәшәмәһә, бөтөнләй файҙаланылмаһа? Ул был адрес буйынса түләргә тейешме?

– Эйе, Торлаҡ кодексына һәм Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы, бер нисә күсемһеҙ милек объекты хужаһы барлыҡ адрестар буйынса коммуналь хеҙмәттәргә түләргә тейеш.

– Милекселәр, теркәлгән кешеләр һаны хаҡында мәғлүмәттәр ҡайҙан алынған? Әгәр квитанцияла теркәлгән кешеләр һаны дөрөҫ күрһәтелмәһә, ни эшләргә? Әллә ҡасан баҡыйлыҡҡа күскән кешеләргә лә, ул йортта йәшәгәненә һәм йәшәмәгәненә лә килә, тип шылтыраталар.

– Федераль ҡануниәткә ярашлы, коммуналь хеҙмәттән ҡулланыусылар тураһында мәғлүмәтте төбәк операторҙары күсемһеҙ милек, юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар реестрҙарынан, йә башҡа асыҡ сығанаҡтарҙан алырға мөмкин. «Эко-Сити» төбәк операторына бәйһеҙ сәбәптәр һөҙөмтәһендә халыҡҡа таратылған квитанцияларҙа яңылышлыҡтар ебәрелеүе ихтимал. Мәҫәлән, торлаҡ йортта теркәлгән йәки йәшәгән кешеләр һанынан күберәк күрһәтелергә, йә милексенең исем-шәрифтәре хаталы яҙылыуы мөмкин. Бындай осраҡтарҙа төбәк операторы абоненттарҙан мәғлүмәттәр базаһын дөрөҫләү өсөн белешмәләр ебәреүҙе һорай. Шул сағында икенсе айҙан дөрөҫләнгән квитанциялар килә башлар. Бының өсөн:

– торлаҡ йорт хужаһының паспортын;

– ғаилә составы йәки ваҡытлыса теркәү тураһында белешмәне (идарасы компания йәки ауыл Советы хакимиәте бирә) фотоға төшөрөп йә сканерҙан үткәреп, [email protected] адресы буйынса электрон почтаға һалырға кәрәк, хатығыҙҙа адресығыҙҙы, исем-шәрифтәрегеҙҙе күрһәтеп, квитанцияға төҙәтеү индерергә кәрәклеген әйтегеҙ.

Электрон почтанан файҙаланырлыҡ форсатығыҙ булмаһа, ошо уҡ документтар күсермәһен 453124 г. Стерлитамак, ул. Мира, д. 18, каб. 4-6 адресына «Рәсәй почтаһы» аша ебәрергә мөмкин. Йәнә бер юл – ЭСКБ офисына шәхсән мөрәжәғәт итергә.

Бер үк адресҡа ике-өс түләү ҡағыҙы килгән осраҡта ла ошо уҡ юл менән хәбәр итегеҙ. Ә түләү – тик бер генә квитанция буйынса. Ҡайһыһы буйынса түләһәгеҙ ҙә ярай, аҡса тейешле иҫәпкә күсәсәк.

Әгәр документтарҙы электрон почта йәки «Рәсәй почтаһы» аша ебәрһәгеҙ, ғариза бланкын тултырырға кәрәкмәй.

– Балам ҡалала йәшәй, ирем вахта ысулы буйынса ҡырҙа эшләй, йылына бер нисә ай өйҙә булмай… Бындай осраҡтарҙа түләмде кәметеп буламы?

– Коммуналь хеҙмәттәр, шул иҫәптән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләмде ҡайтанан иҫәпләү шарттары РФ Хөкүмәтенең 354-се һанлы ҡарары менән раҫланған. Әгәр милексе йәки теркәлгән кеше был йортта күпмелер ваҡыт йәшәмәһә, төбәк операторына («Энергосбыт» компанияһы офисына ла мөмкин) йәки идарасы ойошмаға түләмде ҡайтанан иҫәпләү тураһында ғариза һәм йәшәмәү осорон раҫлаусы документ ебәрергә кәрәк. Түбәндәге документтарҙың береһен тәҡдим итергә мөмкин:

– командировка танытмаһының йәки хеҙмәти командировкаға ебәрелеү тураһында ҡарар (бойороҡ) күсермәһе, йә булмаһа, юлда йөрөү билеттары күсермәләре менән белешмә;

– стационар дауалау учреждениеһында дауаланыуҙа йәки санатор-курорт дауалауында булыу тураһында белешмә;

– ҡулланыусы исеменә бирелгән юл билеттары йәки уларҙың раҫланған күсермәләре;

– ҡунаҡханала, ятаҡханала, башҡа урында ваҡытлыса йәшәүе өсөн счеттар йәки уларҙың раҫланған күсермәләре;

– йәки ҡулланыусы фекеренсә, уның оҙаҡ ваҡыт был торлаҡта булмауын раҫлаусы башҡа документтар.

– Мин барлыҡ сүп-сарҙы йә яғам, йә ергә күмәм. Түләмәһәм дә буламы?

– «Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге тураһында» Федераль закондың 22-се статьяһына ярашлы, ҡалдыҡтарҙы халыҡ һаулығы һәм тирә-яҡ мөхит өсөн зыянһыҙ ысул менән генә утилләштерергә мөмкин. Һеҙ ҡаптарҙы яғаһығыҙ икән, һауа ағыулы матдәләр менән зарарлана. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы үҙ аллы сығарырға ла ярамай. Бындай хоҡуҡ төбәк операторы менән килешеү төҙөгән, лицензияһы булған транспорт компанияларыныҡы ғына бар.

– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн кемдәр ташламаға хоҡуҡлы һәм уны нисек юлларға?

– Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, шул иҫәптән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн сығымдарҙы компенсациялаусы ике социаль ярҙам төрө бар. Беренсеһе – айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК), икенсеһе – субсидия.

ЕДК Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләүселәргә, радиацияға дусар булған граждандарға, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләгән кешеләргә, хеҙмәт ветерандарына, күп балалы ғаиләләргә бирелә. Субсидиялар граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә киткән сығымдары дөйөм килеменең максималь рөхсәт ителгән дәүмәленән артып киткән осраҡта бирелә. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн был күрһәткес – 15%, яңғыҙаҡ пенсионерҙар өсөн – 18%; башҡаларға – 20%.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан бойороҡ проекты әҙерләнгән, уға ярашлы максималь рөхсәт ителгән сығымдар өлөшө 70 йәштән өлкән яңғыҙ пенсионерҙар өсөн 18 проценттан 15-кә, ишле ғаиләләр өсөн 15-тән 13 процентҡа кәметеләсәк. Был социаль яҡтан яҡланған граждандар араһында субсидия алыусыларҙы арттырыу өсөн эшләнә.

Әле үк ЕДК алыусыларға бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Февралдә килеп тыуған яңы сығымдар өсөн уларға барлыҡ компенсация ҡайтанан иҫәпләнә. Компенсация йәки субсидия граждандарға теркәлгән урыны буйынса (йәшәгән урыны буйынса түгел), Башҡортостан территорияһындағы

1 генә торлаҡҡа бирелә.

Айлыҡ аҡсалата компенсацияны юллау өсөн йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалына, Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ республика Дәүләт хеҙмәттәре порталы — gosuslugi.bashkortostan.ru ярҙамында электрон формала ғариза яҙыу мөмкинлеге бар.

– Ни өсөн иҫәнғолдар – 70, мораҡтар 35 һумдан түләй һуң?

Был һорауға район хакимиәтенең баш белгесе Иҙел Итбаев яуап бирә:

– Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала билдәләнгән тарифтан кәметелгән берҙәм хаҡ билдәләнде: 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем сүп-сар даими сығарылған урындарҙа ул – 70, ә бығаса сығарылмаған ерҙәрҙә 35 һум тәшкил итә. Иҫәнғолда сүп-сарҙы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары ҡулса ысулы менән йыйыу күптән яйға һалынған: шәхси секторҙан – тоҡтарҙа, күп фатирлы йорттарҙан контейнерҙарҙа сығарылды. Шуға ла хаҡ – 70 һум. Ә Мораҡта 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем күп фатирлы йорттарҙан ғына сүп-сар йыйыу ойошторолған булған, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр сүп-сарын ҡыйлыҡҡа үҙе илткән, шуға ла уларҙа йән башына 35 һумдан хаҡ билдәләнгән.
Читайте нас: