Гүзәл менән Айгиз икеһе лә Трушин ауылынан, бер мәктәптә уҡыған, егет бер класҡа юғарыраҡ булған. Айгиздең ата-әсәһе Айгөл (биология фәнен уҡытыусы) һәм Ғаяз Исхаҡовтар өс ул үҫтергән, атаһы йәшләй вафат булғанлыҡтан, Айгиз ғаиләлә баш бала булараҡ, бер туған ҡустылары Ильназ һәм Ильяс өсөн терәк-таяныс, мыртыйҙары әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында
Губкина исемендәге нефть һәм газ университетында уҡый. Айгиз үҙе Ишембай ҡалаһында Зәки Вәлиди исемендәге
гимназияны тамамлап, үҙ көсө менән Мәскәү ҡалаһына Мәскәү тау институтында бакалаврҙы уҡып бөткәндән һуң, магистратурала белемен дауам итеп, былтыр икеһен дә ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Әлеге
көндә үҙ һөнәре буйынса (ғилми-сәнәғәт предприятиеһы «Исток» заводында инженер.
Гүзәлдең әсәһе менән атаһы - Әминә һәм Билал Әлмөхәмәтовтар. Атаһы «Аҡбуҙат» ЯСЙ-һында
эшләй, ә әсәһе ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, әле хаҡлы ялда, өлкән улдары Рәлиф һәм Диләрә килендәренең ике ҡыҙҙарына һөйөнөп, уларға бәпес ҡарашалар. Гүзәл БДУ-ла бакалаврҙы – башҡорт филология һәм
журналистика факультетында, ә магистратураны Психология факультетында ҡыҙыл дипломға
тамамлаған. Артабан психология фәне буйынса уҡыуын дауам итеү теләге менән Мәскәү
ҡалаһына аспирантураға уҡырға ингән.
Ғаилә йылын үҙ ғаиләhен ҡороу ниәте менән башлап, асып ебәргәндәр йәштәр, никахтары 5 ғинуар булған, 3 августа атай-әсәйҙәр ярҙамы менән гөрләтеп туй үткәргәндәр. Башҡорт йолаларына ярашлы, туйҙың беренсе өлөшөн башҡорт
этно - стилендә үткәргәндәр. Егет яғы матур итеп тирмә ҡороп, киленде башҡорт кейемендә ҡаршы алған, ә йәш кәләш менән кейәү милли кейемендә һыу башлаған.
- Ҡайҙа ғына булһаҡ та, ниндәй генә алыҫ төбәктәрҙә йәшәһәк тә халҡыбыҙҙың үҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен онотмайбыҙ, тыуған илебеҙгә, телебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе һаҡлайбыҙ, тигән идеяны еткерергә тырыштыҡ, Мәскәү ҡунаҡтарының да беҙҙең бай тарихлы йолаларыбыҙҙан хуштары китте. Әлбиттә, ул тәрбиә ғаиләнең үҙенән башлана, тимәк ата-әсәйҙәребеҙ беҙгә шул тәрбиәне тейешленсә еткерә алған. Һәр яҡлап үҙебеҙҙе камиллаштырырға тырышабыҙ. Ҙур ҡалала мөмкинлектәр ҙә икенсерәк, тиҙлек тә шәберәк, шуға беҙ ҙә шул тиҙлектән ҡалышмай ваҡыттыбыҙҙы буш нәмәгә сарыф итмәйбеҙ, үҙебеҙҙе үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ, төрлө тренинг- курстарға йөрөйбеҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ, футбол уйнайбыҙ, булған ҡыҙыҡлы сараларҙы, күргәҙмәләрҙе, форумдарҙы ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Әллә беҙ, әллә донъя үҙе беҙҙең тирәләй гөрләп әйләнә кеүек. Ғаиләлә бергә үҫешһәң күпкә еңел. Бер-береңде нығыраҡ аңлай, ишетә башлайһың, уртаҡ уй һәм фекерҙәр барлыҡҡа килә. Шуға ла бер-береңә булған ышаныс һәм хөрмәт — ныҡлы ғаилә нигеҙе, тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, тәү сиратта атай-әсәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ, уларҙың беҙгә ҡарата булған ышанысы һәм ярҙамы беҙҙең ғаиләгә яңы һулыш өрҙө, -ти йәштәр.
Гүзәл һәм Айгиз Исхаҡовтар шулай бер белем усағында бала саҡтарын үткәреп, алыҫтағы баш ҡала Мәскәүҙә ҡауышҡан һәм шунда төпләнеп ҡалған. Милли рухлы, көслө йәштәребеҙ йәш быуынға һәр ҡылығы, ынтылышы, маҡсаттары менән өлгө бирә.