Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Март 2019, 11:14

Еребеҙҙең таҙалығы үҙебеҙгә бәйле

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы – «Эко-Сити» ЯСЙ-һы тарафынан 21-28 мартта Ейәнсура районы ауылдары буйлап (иғтибар итегеҙ: бында Иҫәнғол ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар инмәй!) тоҡ менән сүп-сар йыйыу ойошторола.

Еребеҙҙең таҙалығы үҙебеҙгә бәйле

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы – «Эко-Сити» ЯСЙ-һы тарафынан 21-28 мартта Ейәнсура районы ауылдары буйлап (иғтибар итегеҙ: бында Иҫәнғол ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар инмәй!) тоҡ менән сүп-сар йыйыу ойошторола. Графикта күрһәтелгән көндө һәр кем сүп-сарын тоҡ йә пакеттарға һалып йорто янына урам ситенә сығарып ҡуйырға кәрәк.

Март айында күрһәтелеүсе был хеҙмәт өсөн түләү квитанцияһы, йән башына 35 һумдан иҫәпләнеп, апрелдә киләсәк. Ҡулса ысулы менән район буйлап сүп-сар йыйыу апрель, май айҙарында ла ғәмәлгә ашырыласаҡ. Артабан ауылдарҙа контейнер ҡуйыу планлаштырыла, шуға бәйле ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса яңы график төҙөләсәк.

«Эко-Сити» төбәк операторына бәйһеҙ сәбәптәр һөҙөмтәһендә халыҡҡа таратылған квитанцияларҙа яңылышлыҡтар ебәрелеүе ихтимал. Мәҫәлән, торлаҡ йортта теркәлгән йәки йәшәгән кешеләр һанынан күберәк күрһәтелергә, йә милексенең исем-шәрифтәре хаталы яҙылыуы мөмкин. Бындай осраҡтарҙа төбәк операторы абоненттарҙан мәғлүмәттәр базаһын дөрөҫләү өсөн белешмәләр ебәреүҙе һорай. Шул сағында икенсе айҙан дөрөҫләнгән квитанциялар килә башлар.

Ағымдағы, 2019 йыл «сүп-сар реформаһы» башланып торған йыл булғанлыҡтан, бик күп проблемалар, һорауҙар тыуа һәм улар йыл барышында хәл ителер, тип көтөлә. Бөгөнгө көндә район хакимиәте тарафынан 1.1 кубометр һыйҙырышлы пластик евроконтейнерҙар һатып алына башланы, улар аҙаҡ ауылдарға урынлаштырыласаҡ. Йыл дауамында барлыҡ ауылдарҙа ла контейнер майҙансыҡтары булдырыласаҡ. Ауыл биләмәләрендә майҙансыҡ өсөн урындар граждандар йыйындарында билдәләнәсәк.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар ул – физик заттар ҡулланғандан һуң торлаҡ йорттарҙа барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтар; шәхси һәм көнкүреш ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында физик заттар ҡулланғандан һуң сифатын, үҙенсәлеген юғалтҡан әйберҙәр. Шулай уҡ юридик берәмектәр, шәхси эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге барышында барлыҡҡа килеүсе, йә булмаһа торлаҡ йорттарҙа физик заттар тарафынан ҡулланыу барышында килеп тыуған шундай уҡ ҡалдыҡтар ҡарай.

Төҙөлөш сүп-сары, ағас ҡалдыҡтары, йәшелсә, үҫенте һабаҡтары, тиҙәк-тиреҫ, ағас ботаҡтары; предприятиелар, гараждар, автозаправкалау станциялары, складтар территорияһын һепергәндән йыйылған сүп-сар, ағас эшкәртеү ҡалдыҡтары, автошиналар, аккумуляторҙар, батарейкалар, терегөмөшлө лампалар, термометрҙар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға инмәй.

М. Ваһапов,
район хакимиәте башлығы урынбаҫары.

2019 йылдың март айында Ейәнсура районы ауылдары буйлап ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы тоҡ менән бер тапҡыр йыйыу графигы

Читайте нас: