Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Март 2019, 19:20

Район хакимиәтендә – “Инвестиция сәғәте”

МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов етәкселегендә “Инвестиция сәғәте” форматында ултырыш үтте.

“28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ. Ә 16 майҙан иһә ултырыштар онлайн-режимға күсәсәк. Ваҡ эштәрҙән башлағыҙ. Төп бурыс – кеше һеҙгә йөҙ тапҡыр килеп йөрөмәһен. Ә беҙ был мәсьәләне бынан контролдә тотасаҡбыҙ”.

Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров.


МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов етәкселегендә “Инвестиция сәғәте” форматында ултырыш үтте. Кәңәшмәлә район үҙәге Иҫәнғолда Сауҙа йорто төҙөү проекты ҡаралды. “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән проект менән танышып, уға булышлыҡ итергә ниәтләне.

Консультация алыу һәм инвестиция проекттарын тәҡдим итеү өсөн район хакимиәтенең 126-сы бүлмәһенә, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы Завалихина Надежда Валентиновнаға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Тел. +7(34785) 2-13-15, эл. почта адресы: [email protected]

Әйткәндәй...

Хакимиәт башлыҡтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге “Инвестиция сәғәт”тәренең популярлығы менән да баһаланасаҡ. Аҙна һайын бындай осрашыуҙар үткәреү шәхсән хакимиәт башлығы иңенә һалына.
Читайте нас: