Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Апрель 2019, 11:38

Мохтаждарға ярҙам күрһәтелә

Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура муниципаль районының социаль үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса Мәрхәмәт фонды МР хакимиәте инициативаһы менән 2013 йылдың 11 февралендә булдырылды.

Мохтаждарға ярҙам күрһәтелә

Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура муниципаль районының социаль үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса Мәрхәмәт фонды МР хакимиәте инициативаһы менән 2013 йылдың 11 февралендә булдырылды.

2015-16 йылдарҙа район предприятиелары, учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең һәм граждандарҙың хәйриә ярҙамы иҫәбенә фонд ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтте.

Уставҡа ярашлы, Мәрхәмәт фондының төп маҡсаты – район граждандарының социаль яҡланғанлығын арттырыуға булышлыҡ итеү һәм социаль ярҙам күрһәтеү, шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгәндәрҙең матди хәлен яҡшыртыу, әсәлекте, балалыҡты, атайлыҡты яҡлауға, йәмғиәттә ғаиләнең абруйын һәм ролен нығытыуға булышлыҡ итеү, йәштәрҙең йәмғиәткә файҙалы башланғыстарында, физик культура һәм күмәк спорт өлкәһендәге эшмәкәрлектәренә, проекттарына ярҙам итеү, Ейәнсура районындағы төҙөлөштәргә, социаль әһәмиәтле объекттарҙы реконструкциялауға, ремонтлауға финанс ярҙамы күрһәтеү, халыҡтың социаль яҡланғанлығын арттырыуға булышлыҡ итеү.

Был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн Фонд хәйриә ярҙамы күрһәтеүгә, төҙөлөшкә, социаль әһәмиәтле объекттарҙы, мәҙәни мираҫ объекттарын реконструкциялауға, капиталь ремонтлауға, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүгә иғәнәләр йәлеп итә һәм күсерелгән аҡса иҫәбенә уларҙы финанслай.

Фонд ресурстар йәлеп итеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә, ошондай уҡ маҡсаттарҙы күҙ уңында тотҡан төбәк, төбәк-ара, халыҡ-ара фондтарҙың берлектәге программаларында, проекттарында, сараларында ҡатнашырға хоҡуҡлы.

2018 йыл барышында Ейәнсура районы Мәрхәмәт фонды тарафынан үрҙә һанап үтелгән маҡсаттарҙы үтәүгә район ойошмалары иғәнәләренән 253,23 мең һум күләмендә йәлеп ителде.

Мәрхәмәт фонды советының 1-5 һанлы (08.05.2018-22.11.2018) ҡарарҙарына ярашлы, бөтәһе 104 000 мең һум аҡса бүленде, шул иҫәптән:

– 2 физик берәмеккә – ижадҡа булышлыҡ итеүгә, «Йәш инспектор» конкурсында ҡатнашыу өсөн – 13 000 һум;

– ауыр тормош хәлендә ҡалған 29 физик берәмеккә (25-енә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы рәүешендә – «Ғаилә» үҙәге аша), ғаилә ағзаларын дауалау өсөн – бөтәһе 83 мең һумлыҡ;

– «Ромашка» социаль приюты тәрбиәләнеүселәре өсөн 8 мең һумлыҡ аяҡ кейеме һатып алынды.

Фонд советы һәм белгестәре үҙ эшмәкәрлектәрен йәмәғәт башланғысында бойомға ашыра. Фонд иҫәбендә булған аҡсалар, Уставҡа ярашлы, 2019 йылда ла район граждандары мохтажлыҡтарына йүнәлтелеүен дауам итә.

Ейәнсура районы Мәрхәмәт фонды.

Читайте нас: