Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Апрель 2019, 11:37

Бергәләп яҡшыраҡ булдырасаҡбыҙ

Билдәле бер арауыҡтан һуң, үтелгән юлдарҙы, башҡарылған эштәрҙе барлау ғәҙәте бар. Әле беренсе квартал тамам. Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерләнеү, уны лайыҡлы билдәләү шауҡымы менән үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.

Бергәләп яҡшыраҡ булдырасаҡбыҙ

Билдәле бер арауыҡтан һуң, үтелгән юлдарҙы, башҡарылған эштәрҙе барлау ғәҙәте бар. Әле беренсе квартал тамам. Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерләнеү, уны лайыҡлы билдәләү шауҡымы менән үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Төп эшебеҙ араһында оло юбилейға арнап китап сығарыуға өлгәштек. «Иңдәрендә – ил яҙмышы» тип исемләнгән китапҡа башлыса «Ейәнсура таңдары» гәзите тарафынан иғлан ителгән конкурсҡа килгән мәҡәләләр тупланды. Гәзит уҡыусыларыбыҙ, бәйге шарттарына ярашлы, бығаса исемдәре киң йәмәғәтселеккә әллә ни билдәле булмаған, онотола башлаған шәхестәребеҙҙе асыҡларға ярҙам итте. Ҙур рәхмәт уларға! Район хакимиәте призына үткәрелгән был бәйге еңеүселәре район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ҡотланды. Әллә ниндәй ҙур бүләк әҙерләй алмаһаҡ та, тәбрикләнеүселәрҙең береһе – Юлай ағай Солтанбаев әйтмешләй, маллығынан бигерәк данлығы: район етәксеһе Дәмин Юлановтан ҡотлау һүҙҙәре ишетеү, диплом алыу – үҙе бер мәртәбә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа редакция үҙе ойошторған бәйгеләр еңеүселәрен халыҡ алдында бүләкләүҙе ғәҙәт итеп алды. 2015 – Әҙәбиәт йылы уңайынан майҙан тотҡан бәйгеселәребеҙ, «Беҙ – Ерәнсә вариҫтары» конкурсы еңеүселәре, моғайын, күңелдәрендә матур тәьҫораттар һаҡлайҙыр. Былтыр Ғаилә йылы айҡанлы иғлан ителгән «Матур ғаилә – ил терәге» бәйгеһе шарттары буйынса еңеүсе мәҡәлә авторы ла, уның геройҙары ла тәбрикләнергә тейеш ине. Ғинуарҙа «Уңған килен – өй күрке» мәҡәләһе авторы Ғәзимә Йәркәева һәм Раушания менән Азат Мөхәмәтйәновтарҙы (Байыш ауылынан) район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сәләмләнек. Уңғанлығын дәлилләп, Раушания бер өйөм бауырһаҡ бешереп тә килтергәйне. Һуң булһа ла уң булһын, тип редакция коллективы уға рәхмәтен еткерә.

Беҙ гәзит уҡыусылар менән араларҙы яҡынайтыусы – «Ейәнсура таңдары»н таратыуға ярҙам итеүсе почтальондарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ, иң күп «районка»ға яҙҙырғандарын йыл да билдәләп торабыҙ. Йыл йомғаҡтары буйынса был юлы Абзан почта бүлексәһенән Әхәт Бикбулатов, Үрге Муйнаҡ почта бүлексәһенән Әсҡәт Абдуллин редакция әҙерләгән бүләктәргә лайыҡ булды.

Гәзиттә бәйгеләр, акциялар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, төрлө осрашыуҙар артабан да дауам итәсәк. «Белмәй ҡалдыҡ» тиеүселәргә кәңәшебеҙ: гәзиткә яҙылығыҙ, «Вконтакте» сайтындағы беҙҙең «Ейәнсура таңдары» төркөмөнә ҡушылығыҙ. Хәбәрҙар булырһығыҙ! Әйткәндәй, апрелдең икенсе яртыһында штаттан тыш авторыбыҙ, халыҡ медицинаһы буйынса ла байтаҡ мәҡәләләр яҙған Татарстанда йәшәүсе яҡташыбыҙ Зәүхиә Ҡәҙербәкова менән осрашыу көтә.

Бергә ҡалайыҡ! Бергә булһаҡ, яҡшыраҡ булдырырбыҙ!
Читайте нас: