ӨФӨ, 2019 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан парламентында тарихи көн — республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа беренсе тапҡыр докладсы башҡортса сығыш яһаны. 9 апрелдә төбәк парламентының пленар ултырышында спикер Константин Толкачёв ошо турала белдерҙе.
«Бөгөн беҙҙә тарихи көн! Парламентта беренсе тапҡыр башҡорт телендә сығыш яһанылар!», — тине Толкачёв.
9 апрелдә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Отчетҡа аңлатма биреп, депутат Әлфәрис Байсурин, башҡа парламентарийҙарға синхрон аудиотәржемәсене файҙаланырға тәҡдим итеп, башҡортса һөйләне.
Радий Хәбиров та үҙенең сығышын башҡорт телендәге мәҡәл менән тамамланы:
«Халҡыбыҙ әйткәнсә, «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй!». Киләһе йылдарҙа барыбыҙ ҙа тап шулай эшләрбеҙ. Ҡыйыу рәүештә юғары бурыстарға тотонорбоҙ һәм уларҙы күмәкләп хәл итербеҙ!», — тине республика етәксеһе.