+11 °С
Ясна
«Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә килгәндә, беҙ һуңғы 10 йылда иң түбән кимәлдә торабыҙ. Сит ил инвестициялары күләме буйынса ла шул уҡ хәл. Ҡараштарыбыҙҙы үҙгәртергә кәрәк. Төбәктең Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында компанияларыбыҙ дүрт халыҡ-ара күргәҙмәлә һәм бизнес-миссияларҙа ҡатнашты. Быйыл 20-нән ашыу ошондай сара күҙаллана. Донъя баҙарында республикабыҙҙы, Башҡортостан продукцияһын үҫтереү буйынса «агрессив» сәйәсәт (яҡшы мәғәнәлә) алып барырға, ҙур халыҡ-ара иҡтисади форумдарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға йыйынабыҙ», — тине Радий Хәбиров.