Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Апрель 2019, 13:38

Шулай, йәмәғәт, зыяраттарыбыҙға ла «һөжүмдәр» башланып тора...

Башҡортостанда ауыл зыяраттарына яҡындағы ҡалаларҙа мәрхүм булыусыларҙы төндәрен алып килеп ерләү осраҡтары йышайған.

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостанда ауыл зыяраттарына яҡындағы ҡалаларҙа мәрхүм булыусыларҙы төндәрен алып килеп ерләү осраҡтары йышайған. «Ағиҙел» журналы редакцияһы хәбәр итеүенсә, бындай хәлдәр Өфө һәм Белорет райондарының башҡорт ауылдарында йыш теркәлә.
«Һөйләүҙәренсә, таң атҡансы зыяраттарҙа яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килә. Муллалар ҙа, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә бер нәмә лә белмәй ҡала. Хәлбүки, аңлашыла: хәҙер ҡала зыяраттарында урын мәсьәләһе бик киҫкен тора, өҫтәүенә, ерләү хеҙмәттәре йыназа үткәреүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алып, бик ҙур сумма һорай», — тип яҙа баҫма.
Бындай күренештең сәбәбе ерләү хеҙмәттәренең ҡиммәт булыуында. Өфөлә, мәҫәлән, күңелһеҙ мәшәҡәттәр 100 мең һумға һәм унан ҡыйбатыраҡҡа барып баҫыуы мөмкин, өҫтәүенә икегә бер метрлыҡ участкаларға ҡытлыҡ ҙур. Шуға күрә яҡындағы ауылда мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыу хеҙмәттәрен ойошторған кешеләр табыла ла инде.
«Шулай, йәмәғәт, зыяраттарыбыҙға ла «һөжүмдәр» башланып тора. Абай булайыҡ! Мәрхүм булғандан һуң һәр кемдең дә ер ҡуйынында ятырға хоҡуғы бар барлыҡҡа, әммә ауыл зыяраттары ҡаланыҡылар менән тулһа, артабан ни булыр?», — тигән һорау ҡуя баҫма.
Читайте нас: