ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель.
Башҡортостанда һайлау участкаларының эшен ике сәғәткә оҙайтырға теләйҙәр. Республика парламентының киләһе пленар ултырышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы тейешле закон проектын ҡарарға ниәтләй.
Әле ғәмәлдә булған ҡануниәт буйынса, төбәктә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә асыла һәм киске 8-гә тиклем эшләй. Закон проектына ярашлы, участкалар иртәнге 7-нән киске 9-ға ҡәҙәр эшләргә тейеш.
«Һайлаусыларға уңайлы булһын өсөн участкаларҙың эш ваҡытын оҙайтабыҙ. Шул рәүешле күпселек халыҡ тауыш биреү мөмкинлегенә эйә була, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Хәҙер бөтәһенең дә эш графигы төрлөсә. Күптәр сменалап эшләй, йәкшәмбе көндө барыһы ла ял итмәй, айырыуса уңыш йыйыу осоронда. Ә кемдәр ял итә, ғаиләләре менән баҡсаға бара һәм кисен генә ҡайта, шуға тауыш биреп өлгөрмәй. Совет осоронда һайлау участкалары таңғы 6-нан киске 10-ға ҡәҙәр эшләй ине. Эш ваҡытын арттырыу һайлау комиссияларының эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым».
Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауҙа берҙәм тауыш биреү көнө булып тора. 2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын, шулай уҡ айырым һайлау округтарында төрлө кимәлдәге депутаттар һайлау була.