Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Апрель 2019, 11:04

Изгелектең юҡтыр сиктәре

«Изгелек эшлә лә, һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер» тигәндәй, беҙҙең халыҡта башҡарған изге ғәмәлдәрен ҡысҡырып әйтеп барыу ғәҙәте юҡ. Шулай ҙа башҡаларға тәҡдим итерҙән алда редакция тарафынан яһалған ғәмәлдәрҙең бер нисәүһен иҫкә төшөрөп китеү хилаф булмаҫ.

Изгелектең юҡтыр сиктәре

«Изгелек эшлә лә, һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер» тигәндәй, беҙҙең халыҡта башҡарған изге ғәмәлдәрен ҡысҡырып әйтеп барыу ғәҙәте юҡ. Шулай ҙа башҡаларға тәҡдим итерҙән алда редакция тарафынан яһалған ғәмәлдәрҙең бер нисәүһен иҫкә төшөрөп китеү хилаф булмаҫ. Мәҫәлән, йыл да «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһында ҡатнашабыҙ, приютта тәрбиәләнеүселәргә көҙгө уңыштан ауыҙ иттерҙек, аҙ тәьмин ителгән 3 ғаиләне 2019 йылдың тәүге өс айына «Ейәнсура таңдары» гәзитенә яҙҙырҙыҡ...

«Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге» директоры вазифаһын баш­ҡарыусы Виктория Куянова үҙе етәкләгән «Зианчуринская жизнь» төркөмө тарафынан социаль селтәрҙә ойошторолған акция тураһында һөйләй:

– Район мәҙәниәт йорто (А. Бурулев) приютта тәрбиәләнеүселәрҙе көҙгө каникулда 2Д киноға саҡырҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 18 балаға «Дикие предки» мультфильмын тәҡдим итте. Файҙалы ла, күңелле лә булды ял: балалар фильм да ҡараны, уның геройҙарының насар һәм яҡшы ҡылыҡтарын тикшерҙе лә.

«Престиж» салоны хужабикәһе Ольга Новицкая редакцияның акция үткәреүен белеп ҡалып, ҡатнашырға теләк белдерҙе. Унда эшләүсе парикмахерҙар социаль приютта ваҡытлыса йәшәүсе үҫмер малайҙарҙың сәсен бушлай модалы итеп ҡырҡып ебәрҙе. Үҙҙәренең «егеттәрски» булып китеүҙәрен күреп, уларҙың ҡыуанғандарын күрһәгеҙ!

...Беҙ байрамдарҙа теттереп күңел асабыҙ. Кафеларҙа юбилейҙар үткәрәбеҙ. Фейерверктар (әйткәндәй, хаҡы – уртаса

ике мең һум) шартлатабыҙ. Арлы-бирле кейелгән әйберҙәрҙе сүплеккә ырғытабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ашарға икмәк менән картуфтан (уныһы ла булмаҫҡа мөмкин) башҡа ризыҡ күрмәгәндәр күпме! Ә ата-әсәһе эскән, һыуыҡтан күгәреп ҡатҡандар? Улар иһә күңел йылыһына, яҡшы мөғәмәләгә үтә лә мохтаж. Битараф булмайыҡ, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәйек.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, районыбыҙ йүнселдәре! Ошоно күҙҙә тотоп, «Изгелектең юҡтыр сиктәре» тигән яңы рубрика асырға булдыҡ һәм уны Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлайбыҙ. Әгәр һеҙ мохтаж балаларға ярҙам итергә риза булһағыҙ – рәхим итегеҙ. Был йәһәттән ниндәйҙер уй-фекерҙәрегеҙ, идеяларығыҙ булһа, редакцияға 2-11-45; 2-11-25, 2-15-26 телефондарына шылтыратығыҙ, социаль селтәрҙәрҙә «Ейәнсура таңдары» һәм «Зианчуринские зори (Зианчуринская жизнь)» төркөмдәренә яҙығыҙ!
Читайте нас: