Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Апрель 2019, 12:03

Май байрамдарында Өфөлә ниндәй һауа торошо була: яҡынса фараз

Белгестәр оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән фараздарҙың аныҡ булмауын, 58-81% ихтималлыҡ менән тормошҡа ашыуын билдәләй.

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 апрель.
Быйыл Башҡортостан халҡы май байрамдарында 1-нән 5-енә тиклем һәм 9-ынан 12-һенә ҡәҙәр ял итә. Ошо оҙайлы ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә? «Гисметео» порталының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, май башы өфөләр өсөн йылы һәм ямғырлы булмаҡсы.
1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамында аяҙ, йәйгесә йылы һауа торошо күҙаллана: һауа температураһы төндә +10 градус, көндөҙ +25. Артабан, 2 майҙан 5-енә тиклем, бер яҙ ямғыр, аяҙлы-болотло көндәр көтөлә. Температура төндә уртаса +4, +7 градус, көндөҙ 11-19 була.
Еңеү көнөндә, 9 майҙа, көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана: төндә +8 градус, көндөҙ +17. 10 майҙан 12-һенә тиклем болотло, ләкин йылы: төндә термометр бағанаһы +9, +13, көндөҙ +19, +21 градус күрһәтә.
Белгестәр оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән фараздарҙың аныҡ булмауын, 58-81% ихтималлыҡ менән тормошҡа ашыуын билдәләй.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 5 һәм 6 ғинуарҙағы, шулай уҡ 23 февралдәге ял көндәрен күсереү сәбәпле май байрамдары оҙайтылды.
Читайте нас: