Республиканың 100 йыллығы сиктәрендә 28 июндә Өфө ҡалаһында үтәсәк V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан район мәҙәниәт йортонда үткән был сарала бурыстар, йөкләмәләр билдәләнде, яңы состав раҫланды. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, БР Журналистар союзы рәйесе, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, ойошма аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сараға килгән делегаттарҙы мәҙәниәт йортоноң фойеһында район рәссамдары, оҫталарының эштәренән ойошторолған бай күргәҙмә ҡаршы алды. Был ҡоролтай ултырышы башҡаларынан айырмалы рәүештә йәнле һөйләшеүҙәр, халыҡ менән әңгәмәләшеү форматында уҙҙы. Һорауҙар булды, яуаптар тыңланды, әлбиттә, күп мәсьәләләр өҫтөндә эшләргә кәрәк.