Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Апрель 2019, 13:06

Күңелдәрҙе нурландырыр йәш ҡарағай урманы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡарары буйынса төбәгебеҙҙә йәшелләндереү айлығы бара. Уға беҙҙең район да әүҙем ҡушылды. Һәр ауылда тиерлек үткән ағас ултыртыу өмәләренең иң күләмлеһе Ейәнсураның иң гүзәл төбәктәренең береһе – йәмле Аҙаҡлы йылғаһы буйында үтте.

«Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит» девизы аҫтында үтеүсе «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына район үҙәгенең барлыҡ тиерлек ойошма-учреждениеларынан йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр йыйылды. Уларҙың һәр ҡайһыһының түшенә акция билдәһе – йәшел таҫма тағылды.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов өмәселәрҙе сәләмләп, һүҙҙе Башҡортостандың Урман хужалығы министры урынбаҫары Салауат Бәхтийәровҡа бирҙе. Ул:

– Беҙ бәләкәй саҡта беҙҙең ҡартатайҙар ҙа ошолайтып ағас ултыртып, тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә ине. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәргә өлгө булырға тейешбеҙ, – тине. Ул урмандарҙың шаулап үҫеүен, ә ейәнсураларҙың иһә һаҡсыл ҡараш булдырып, янғындарға юл ҡуймауын теләне.

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәш үҫентене ултыртыу тәртибе менән таныштырғас, барыһы ла эш майҙанына юлланды.

Күмәк көскә 3,7 гектар майҙан нимә ул?! Ике сәғәт булып та өлгөрмәне – 12 меңдән ашыу шыршы һәм ҡарағай ултыртып та бөтөлдө. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов киләсәктә шаулап ултырыр ылыҫ урманы Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы иҫтәлеге буласаҡ, тине һәм өмәселәргә әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Бикбау ауылы биләмәһе башлығы Рәмил Юлсанов та, үҙ сиратында, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, барыһын да Бикбирҙе ауылының уңған хужабикәләре әҙерләгән табынға саҡырҙы.

Күңелле эштән һуң тәмле «кәкүк сәйе»н Бикбау ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәренең йыр-бейеүе йәмләне.

Автор фотолары.

Читайте нас: