"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Рамаҙан айы башланды

Был ай – тәрбиә айы – күңел тәрбиәһе. Аллаһы Тәғәлә имандарыбыҙҙы, ихласлығыбыҙҙы аслыҡ менән һынай. Ураҙа ул юғары дәрәжәләге тәрбиә. Был айҙа нәфел ғибәҙәттәребеҙ ҙә фарыз ғибәҙҙәттәр менән тиң булыр.

Ниндәй ай ул?

Был ай – тәрбиә айы – күңел тәрбиәһе. Аллаһы Тәғәлә имандарыбыҙҙы, ихласлығыбыҙҙы аслыҡ менән һынай. Ураҙа ул юғары дәрәжәләге тәрбиә. Был айҙа нәфел ғибәҙәттәребеҙ ҙә фарыз ғибәҙҙәттәр менән тиң булыр.

Был ай – һуғыш айы – ураҙа тотҡан кешенең аҡылы нәфсеһе менән һуғыша. Әҙәм балаһының нәфсеһе, тәбиғәте ләззәткә ынтылыусан итеп яратылған – яҡшы ашау, эсеү һәм енси теләктәр. Ошо туймаҫ теләктәргә ҡаршы тороу өсөн аҡылыбыҙҙы эшләтеп, нәфсебеҙҙе еңә белергә кәрәк.

Был ай – сабырлыҡ айы – ашау-эсеүҙән тыйылабыҙ, ғибәҙәт ауырлыҡтарына һәм ирешкән ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итәбеҙ. Быларҙың һауабы – йәннәт.

Был ай – шөкөр ҡылыу айы – Аллаһ Тәғәлә беҙҙе иман менән мосолман итеп яратты, Ибраһим ғәләйһис-сәләм милләте, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өммәте итте, Ҡөръән әһеле, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж ҡылыусыларҙан итте.

Был ай – сәләмәтлек айы – тәндәребеҙ, йөрәктәребеҙ сәләмәтләнә, сөнки ашап ашҡаҙаныбыҙ ауырта башлай.

Был ай – дәрес айы – ураҙа Әҙәм балаһын тәртипкә һәм ризыҡтың ҡәҙерен белергә, уға ҡарата һаҡсыл булырға, аслыҡтың ниндәй яман нәмә икәнен аңларға өйрәтә һәм һине һынай, ас кешенең хәленә керергә ярҙам итә.

Был ай – имтихан айы – үҙебеҙҙе имтихан ҡылабыҙ, әхирәттә кәсеп итер өсөн ҡан тамырҙарыбыҙ аша йөрөй торған шайтан менән һуғышыу өсөн.

Был ай – тигеҙләү айы – ураҙала байға ла, ярлыға ла бер тәртип.

Был ай — һөйөнөс айы, беренсе һөйөнөсөбеҙ ауыҙ асҡанда булһа, икенсе һөйөнөсөбеҙ әхирәттә, раййан тигән йәннәткә ингәндә була. Ул йәннәт махсус ураҙа тотоусылар өсөн, улар шунда инеп бөткәс йәннәт ишектәре ябыла.

Был ай – ярлыҡаныу айы – был айҙа ғибәҙәттәребеҙ раҫ буласаҡ, Аллаһы Сүбеханәһү үә Тәғәлә кешене яңы тыуған сабый бала һымаҡ гонаһһыҙ итер.

Был ай – йыуатыу айы – выждан йән менән кешегә ярҙам ҡулын һуҙырға, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашырға өйрәтә.

Был ай – түләү айы – Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡан эштәрен эшләп (иман, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж), тыйған эштәренән тыйылыу түләү була.

Был ай – егетлек айы – Аллаһынан ҡурҡып, шайтанды еңеүебеҙ иң ҙур егетлек була.

Был ай – ҡотолоу айы – ураҙаның файҙаһы – мәңгелеккә, Изгелеккә әҙерләнеү тигән һүҙ (йәннәт). Был ай теләктәрҙең, доғаларҙың ҡабул була торған айы. Ураҙала төндә йоҡлауыбыҙ, тын алыуыбыҙ – барыһы ла ғибәҙәттән, зекерҙән китә икән.
Читайте нас: