«Үлемһеҙ полк» акцияһы 2012 йылда барлыҡҡа килде. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Тыуған ил өсөн алышта һәләк булған яугирҙәрҙең фотоларын, плакаттар тотоп, ауыл-ҡалалар урамдарына сығыусылар һаны йылдан-йыл ишәйә бара. Күптәр тотош ғаиләләре менән акцияла ҡатнаша. Һүҙ ҙә юҡ, был Хәтер акцияһы фронтовиктар иҫтәлеген хөрмәтләү өсөн булдырылған. Хәтер ваҡыттан көслөрәк икәнен, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмауын күрһәтер, ата-бабаларыбыҙҙың, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең ҡаһарманлыҡтары халҡыбыҙ өсөн үтә лә мөһим икәнен, улар беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәүен күрһәтер өсөн. Үлемһеҙ полк Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында хәтерҙе йөрәктәребеҙҙә һаҡлап ҡалыу өсөн булдырылды. Ветерандарҙың күбеһе баҡыйлыҡҡа күсһә лә, улар һәр заманда ла еңеүселәр сафында беҙҙең менән барасаҡ!
Иҫәнғолда быйыл 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» тотош ауыл буйлап үтәсәк. Еңеү көнөн байрам итеүҙе үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ҡарары менән ул шулай уҙғарыла: һәр кем – ауыл халҡы, ҡунаҡтар – үҙҙәре теләгән урындан колоннаға ҡушылып китә ала. «Башланғыс нөктәләр» өс урында: Иҫәнғол 2-се мәктәбенән юл алған полк Геология урамынан Октябрь революцияһы урамына йүнәлә; гимназия ҡапҡаһы янында йыйылыусылар Ҡыҙылармеецтар урамына табан атлай; өсөнсө төркөм Балалар сәнғәт мәктәбе алдындағы майҙанда туплана. Хәрәкәт барышында оло бер колонна барлыҡҡа килеп, Мәңгелек утҡа табан атлай. Был ваҡытта әйтелгән урамдарҙа автотранспорт хәрәкәте туҡтатылып тора.
Акцияла ҡатнашырға теләгән һәр кемдән үҙҙәренә яҡын ерҙә, сәғәт 10-дан да ҡалмай, уҡыусыларға (2-се мәктәп, гимназия, сәнғәт мәктәбе – ҡайҙа яҡын) ҡушылыуын һорайбыҙ.
Ә 8 майҙа киске сәғәт 7-лә район мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш һәм концерт була. Барлыҡ теләүселәр, рәхим итегеҙ! Инеү ирекле.