Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Май 2019, 11:49

Үҙ өйөм – үҙ көйөм, өҫтәүенә үҙ ризығым

Донъя ҡыҙыҡ бит ул, бер районда тыуып-үҫкән, бер һауаны һулап буй еткергән кешеләр, уйламағанда ситтә бер-береһен табыша. Иҙәш ауылында Зәбихулла һәм Эльвира Ҡунаҡбаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуған Земфира 9-сы класты тамамлағандан һуң Туймазы районына ҡыяр үҫтерергә бара. Шунда Өмбәт ауылы егете, буласаҡ тормош иптәше Борис менән таныша.

Үҙ өйөм – үҙ көйөм, өҫтәүенә үҙ ризығым

Донъя ҡыҙыҡ бит ул, бер районда тыуып-үҫкән, бер һауаны һулап буй еткергән кешеләр, уйламағанда ситтә бер-береһен табыша. Иҙәш ауылында Зәбихулла һәм Эльвира Ҡунаҡбаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуған Земфира 9-сы класты тамамлағандан һуң Туймазы районына ҡыяр үҫтерергә бара. Шунда Өмбәт ауылы егете, буласаҡ тормош иптәше Борис менән таныша. Теүәл бер йылдан һуң, 2008 йылдың 8 авгусында йәштәр шаулап-гөрләп туй үткәрәләр. Йәш килен бейеме һәм ҡайныһы йортонда үҙ кеше булып, бергәләшеп донъя көтә башлай.

Донъя матур балалар менән. Әбделғужиндарҙың ғаиләһендә лә шатлыҡлы ваҡиға була, улдары Алмаз тыуа. Сабый бер аҙ үҫеүгә, теүәл ике йылдан һуң, ҡыҙҙары Айлина донъяға ауаз һала. Йәш ғаиләгә балаларын тейешле тәрбиә биреп, уларҙы ашатып-эсереү, кейендереү кеүек ата-әсә бурысын үтәргә ҡала. Төрлөсә уйлап, ыңғай һәм кире яҡтарын барлағандан һуң ғаилә башлығы Когалым ҡалаһына эшкә китә.

2015 йылда донъяға йәм биреп өсөнсө улдары Эмиль тыуа. Күп балалы ғаилә үҙ йорттарын төҙөү, айырым сығып йәшәү тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыу өсөн бар тырышлығын һала. Диләнкә яҙҙырып, әсәлек капиталына һатып алынған йортто һүтеп, яңынан ҡарағай бура күтәргәндәр. 8х12 метрлы иркен, күркәм йортта һәр балаға уңайлы булһын өсөн айырым бүлмә бүленгән. Ниһайәт, үткән йылдың октябрь айында хыялдары тормошҡа аша – ғаилә яңы йортҡа күсеп сыға. Хәҙер инде балалар рәхәтләнеп һәм кинәнеп уйнаһын өсөн бар мөмкинлектәр тыуған.

Өй төҙөһәң – өй ҙә өй, тиҙәр. Әлбиттә, Әбделғужиндарҙың йортоноң әлегә бар эштәре лә тамамланмаған әле. Хәҙерге ваҡытта аш-һыу бүлмәһен, ҡаҙанлыҡ һәм алғы бүлмәне эс яҡтан урын-еренә еткереп эшләп ҡуйырға кәрәк, йортҡа әлегә газ үтмәгән, утын һәм электр йылылығын тотоноп йылыталар. Газ үткәреү, һыу индереү Борис менән Земфираның алда башҡарыласаҡ эштәр планында беренсе урында тора.

– Йортобоҙҙо Бористың һәм үҙемдең эш хаҡы менән төҙөнөк. Ҡайным, бейем, атайым, әсәйем, ағайҙарым, ҡайнағаларым ярҙам итте. Шуларҙың көсө менән ҙур эште башҡарып сыҡтыҡ. Иншар ҡайнаға йорттоң нигеҙен һалғандан алып күсеп сыҡҡанға тиклем эшләште. Бөтә туғандарға ла ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ. Ауырлыҡтарға ҡарамай, йортто бөтөрөп сыҡтыҡ. Ниәтебеҙгә ирештек. Хәҙер был өйҙә балаларыбыҙ иҫән-һау ғына йәшәһен ине, тибеҙ. Улар ҙа ҙурайҙы инде, өлкән улыбыҙ Муйнаҡ мәктәбендә 3-сө класта уҡый, икенсеһе, Айлина ҡыҙыбыҙ, 1-се класҡа барҙы. Улар йә мәктәп автобусында уҡырға бара, йәки үҙебеҙ машинала илтәбеҙ. Бәләкәсебеҙгә дүрт йәш, балалар баҡсаһы булмағас, атаһы вахтанан ялға ҡайтҡанда уның янында, ул эштә саҡта минең эргәмдә була. Әйткәндәй, мин 2017 йылдан алып ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булып эшләйем, – тип таныштырҙы тормоштары тураһында әңгәмәсем. – Ауылда мал тотмайынса йәшәп булмай. Ун бер баш һыйыр, ике ат, алты быҙау аҫрайбыҙ. Минеңсә, ауылда йәшәүе еңелерәк, мал тотаһың – үҙең етештергән аҙығың, магазиндан һатып алып тормайһың. Ә ҡала кешеләренең тормошо бер төрлөрәк: эшкә барып ҡайта ла өйөнә бикләнә. Ауылда иһә иртә таңдан эш башлана, кис ятып киткәнсе эш менән булаһың. Хәстәрлектәр менән көн үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ә төп эштә инде район мәҙәниәт йорто биргән саралар планына ярашлы эшләйһең. Ауыл халҡын бер аҙға булһа ла йорт эштәренән, мәшәҡәттәренән айырып, мәҙәни сараларға йәлеп итергә, еткерелгән планды үтәргә кәрәк. Беҙҙә халыҡ әүҙем, бигерәк тә гармунда, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, мандолинала уйнаусы, ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле һәм ағинәйҙәр дәртле, улар һәр сараға ҡатнашырға теләйҙәр һәм теләп йөрөйҙәр, – тип ихласлап һөйләне Земфира.

Тормош йөгөн бер булып тартҡан саҡта ғына барыһы ла ыңғай бара. Эшһөйәр ғаилә был турала аңлай һәм артабан үҙҙәре ҡорған донъяны күркәмерәк, ҡотлораҡ итеү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.

Фото шәхси архивтан алынды.
Читайте нас: