"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Май 2019, 18:11

Еңеү яҙын яҡынайтыусыларҙың береһе

Былтыр гәзитебеҙҙең 55-се һанында (10.07.18) “Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра” тигән мәҡәләлә Ҡужабаҡ ауылы кешеһе Рәшит Һибәтуллиндың апаһына яҙған бер нисә хатын биргәйнек. Бөгөн уның тағы бер нисә хатын тәҡдим итәбеҙ. Ваҡыт үтеү менән һарғайып, таушалып бөткән, латин хәрефтәре менән яҙылған был өскөл хаттарҙы беҙгә яугирҙең Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе улы Юлай Һибәтуллин ебәрҙе.

Редакция акцияһы: Өскөл хаттар

Хәтерегеҙҙә булһа, былтыр гәзитебеҙҙең 55-се һанында (10.07.18) “Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра” тигән мәҡәләлә Ҡужабаҡ ауылы кешеһе Рәшит Һибәтуллиндың апаһына яҙған бер нисә хатын биргәйнек. Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына уның тағы бер нисә хатын тәҡдим итәбеҙ. Ваҡыт үтеү менән һарғайып, таушалып бөткән, латин хәрефтәре менән яҙылған был өскөл хаттарҙы беҙгә яугирҙең Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе улы Юлай ағай Һибәтуллин ебәрҙе.


Хат башы – яҙығыҙ ҡаршы

1942 йыл, 1 август. Көнбатыш фронты.

Апай, мин үҙемдең фронтовой һәм гвардейски һағыныслы сәләмдәремде ебәреп ҡалам. (Барыһына ла күп итеп сәләм теҙелә).

Апай, бер ыңғайҙан сәләм Шәмсиәгә һәм Юлай улыма. Әсәйемә, Хөмәйрәгә күп һағынышлы сәләм әйтеп ҡалам. Үҙемдең һау-сәләмәт йәшәүемде белдереп ҡалам.

Мин, апай, көн дә хат көтәм. Хат яҙығыҙ. Герман һалдатын юҡ итәһе ине., ну, һау ҡалабыҙмы – әйтеүе бик яман.

Минең адрес: Действующая армия, 132 полевая почта, пулеметный взвод.

**

Сәләм башы 1942 йыл, 21 августа көнбайыш фронтынан. Мин үҙемдең бик ҙур һағыныслы сәләмдәремде әйтеп ҡалам.

Хатығыҙҙы алып уҡып, бик ҡыуандым. Унда яҡшы һүҙҙәр мәғлүм булды. Апай, мин бик шәп ятам. 2 мәртәбә инеп, хөкүмәт ҡушҡан боевой заданиены бик яҡшы үтәнек. Иҫән-һау сыҡтым. Тағын оҙаҡламай инәбеҙ. Һаман алға китәбеҙ. Апай, мин еҙнәмде бик эҙләйем. Минең яҙған хатым кире килде.

Инде өйгә хат яҙмайым. Көтмәһендәр. Мында беҙ ҡан түгәбеҙ, ә алар хат та яҙмай. Мин өс хат алдым һеҙҙән. Һеҙҙең хат оҙаҡ килә. Адресты рус телендә яҙығыҙ. Тиҙ килһен өсөн. Мин дә рус телендә яҙам. Сентябрь айының 15-ләрендә бер 300 һум аҡса һалырмын.

**

Апай, Шәмсиә ҡайҙан аҡса алып, бәлтә алған икән? Әллә таналарын һаттымы? Асығын яҙығыҙ.

Ҡужабаҡта ниндәй үҙгәрештәр? Айырып яҙығыҙ.

Апай, беҙ бында семьяны һаҡлайбыҙ нимес һалдатынан – этенән, ҡан түгәбеҙ, артҡа сикмәйбеҙ. Алға барабыҙ. Күп күрҙек ҡатындарҙы, ҡарттарҙы, балаларҙы атып, эсен телеп, үлтереп китәләр. Йәлләүес шундай.

Хуш булығыҙ. Мин хат көтәм. Минең адрес әүәлгесә.

Яҙыусы Рәшит. 25.08.42 й.

**

28.04.43 й.

Апай, мин үҙемдең фронтовой һағыныслы сәләмемде ебәрәм. Миникамал һылыуым менән Хәмдиә, Рауза, Рәүил, Рәшит мырҙама һағынып күп сәләм. Анан һуң һеҙҙең колхоз ҡаршында йәмле яҙлар айларында бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйем. Үҙемдең фронтовой тормошто аҙ ғына булһа ла яҙып аңлатам. Беҙ тағын 55 км алға килеп, урман араһында ятабыҙ. Дошман 17-25 км ята беҙҙән алда. Бик күп ауыр көндәр тора. Ни булар инде. Инде йылдан артыҡ һис туҡтамай отпор биреп килдек. Дошман төтөн менән һуғышмаҡ була. Гәзиттән уҡып аңлайһығыҙҙыр.

Апай, еҙнәй менән Вәлитдин мырҙаның командирына яҙҙым, штабтарына яҙҙым. Һеҙ үҙегеҙҙең военкоматығыҙҙан һорашығыҙ. Ғәлиулла ҡоҙа ҡайтҡан икән. Мөхәмәт ағай үлеп киткән икән шул.

**

1 июль, 1943 йыл

Йыраҡ көнсығыш яғында яҡты колхоздың йәмле ҡырҙарында йәшәүсе апайыма күптин күп һағынып сәләм ебәрәм. Миникамал һылыуыма күп сәләм. Нуретдин ҡоҙама, Фәтхиә, Рауза, Рәшит, Рауил мырҙама минән сәләм әйтерһеҙ. Шәмсиәгә, йәндәй күргән улым Юлайға сәләм. Барса күрше тирә-яҡҡа айырмай сәләм. Минән һеҙләргә командирски сәләм.

Бесән үҫмәгән икән. Урожай юҡ икән. Донъя бик ауыр икән. Шәмсиәнең һыйыры бар икән – бик яҡшы. Бесән күпме әҙерләгән икән. Но утын яғынан аптырар инде. Колхоз ярҙам бирәме? Шәмсиә ниндәй уҡытыусы менән тора? Ҡоҙаса Шәмсиә һеҙҙең ауылда счетовод икән. – Бик күп үҙгәрештәр уҡып белдем һәм шат булдым. Минең күңел икенсе булып, нимес пуляһының атҡанына ҡаршы яуап бирҙем үҙ ҡоралым – автоматтан. Хат алһаң, беҙҙең күңел ныҡ талпына.

4 июлдә тағы кире китәм алға. Ярай, барса үҙгәрештәрҙе яҙығыҙ. Хуш һау булып тороғоҙ.

Яҙыусы Рәшит. 1.08.43.

**

10 октябрҙә яҙған хаттарығыҙҙы 30 ноябрҙә алдым. Бик оҙаҡ килә. Еҙнәмдән һәм Вәлитдин ҡоҙамдан хат-хәбәр юҡ икән. Нисек итәһең, хәл юҡ инде.

**

Сәләм хат башы 1944 йылда 2 ғинуарҙа.

Апаҡайым һәм һылыуым Миникамал, мин һеҙгә үҙемдең фрунтауай иҫән һаулыҡ сәләмен ебәреп ҡалғандан һуң 1944 йыл башланыуы белән тәбрик итәм. /Артабан һәммәһенә теҙеп сәләмдәр яҙыла/.

3 декабрҙә яҙған хатығыҙҙы алдым 1 ғинуар көн төш ваҡытында. Байрам, Яңы йыл ҡаршылап, араҡы эсеп, ял иткән көн. Апай, мин 1 ғинуарҙа иртә белән ҡағыҙ һалдым. 100 һум аҡса һалдым. Тағы һалдым. Шәмсиәгә 200 һум аҡса, фотоны һалдым...

**

Ут эсенән килгән был изге ҡомартҡылар байтаҡ. Һәр береһен гәзиткә биреү мөмкин дә түгел. Улар аша фронт хәлдәрен дә, тылдағы тормошто ла тойомларға мөмкин. Йәнә үлем менән йәшәү араһында йөрөгәндә лә бәғерҙәре ҡатмауы һоҡландыра. Һәр береһендә һуғыш тыны бөркөлөп торһа ла, еңеүгә өмөт һис тә кәмемәгән. Ошо ышаныс 9 Май – Еңеү килтергән дә!

Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: