Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Май 2019, 17:18

Фитыр саҙаҡаһы

Рамаҙан айында тотҡан ураҙалар ҡабул булһын өсөн ай аҙағына табан фитыр саҙаһы бирелә башлай. Беҙҙең мәҙһәһебеҙ, Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, уны биреү важиб ғәмәл һанала.

Ураҙа фитыр саҙаҡаһы бирмәйенсә ҡабул булмаҫ. Әгәр бер кеше фитыр саҙаҡаһын бирһә, ул кешегә түбәндәге бүләктәр насип була:

-гонаһтары юйыла;

-уттан (йәһәннәмдән ) азат була;

-Аллаһы Тәғәлә уның изгелектәрен ҡабул итә;

-сират күперен йәшен тиҙлегендә үтә;

-мизанда (үлсәүҙә) изгелеге ауыр килә;

-ураҙаһы ҡабул ителә;

-исеме яуыздар исемлегендә булһа, юйып ташлана…

Фитыр саҙаҡаһы Ураҙа ғәйете намаҙы уҡылғансы биреп бөтөрөлөргә тейеш, сөнки ваҡытында бирелмәһә, уның өҫтөндә бурыс булып ҡала, ул бурысты ҡасан булһа ла үтәр кәрәк.

Фитыр саҙаҡаһы кемдәргә бирелә һуң? Әлбиттә, мохтаждарға, ярлыларға, йәтимдәргә, бурысын түләй алмай яфаланғандарға, шәкерттәргә, тол ҡатындарға, студенттарға, ғәриптәргә, бәлә-ҡазаға эләккәндәргә, дингә хеҙмәт иткәндәргә…

Был саҙаҡа үҙең ҡарарға тейеш булғандарға, йәғни, үҙ атай-әсәйеңә, олатай-өләсәйеңә, ейәндәреңә, ҡатыныңа (иреңә), байҙарға бирелмәй.

Кемгә бирергә белмәй аптырағандар мәсеткә бирә ала, унда фитыр саҙаҡаһын һалыу өсөн ҡумталар бар, иҫәп-хисап алып барыла.

Фитыр саҙаҡаһы фәҡир кешеләр ғәйет-байрам көндәрендә мал һәм аҙыҡ тураһында уйланып йөрөмәһен өсөн бирелә.

Мөхәммәт с.ғ.в. үҙенең бер хәҙисендә әйткән: «Уларға саҙаҡа бирегеҙ: улар шул көндө, ғәйетте онотоп, мал һәм ризыҡ эҙләү менән мәшғүл булмаһындар. Бай, етеш йәшәгәндәр ҙә, ярлы, йәтимдәр ҙә байрамды ҡыуаныста үткәрһендәр».

Фитырҙың күләменә килгәндә, ул һәр ваҡыт кеше башына 2 кг бойҙай, йә 4 кг арпа, йә 3 кг йөҙөм хаҡына тиң булған. Хаҡтар йыл һайын үҙгәреп тора, халыҡ үҙе самалай; күберәк аҡса, кейем, аҙыҡ (ризыҡ) менән түләй, кем күпме сарыф итергә теләй – уның иркендә. Үҙ мөмкинлегеңә ҡарап кәмендә 50 һум, 150 йә 300 һумдан сарыф ителә. Йәшерен саҙаҡа уның өсөн хәйерлерәк. Бәлиғ булмаған, эшләмәгән балалар өсөн ата-әсә түләй.

Ҡөрьән Кәримдә әйтелә: «Ураҙа күк менән ер араһында аҫылынып тора һәм фитыр зәкәтен түләү менән ул күтәрелә». «Мохтаж мосолмандарҙы үҙегеҙҙең байлығығыҙ менән ҡыуандырмайынса сауапҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ», – тиелгән.

4 июндә сәғәт 9-ҙа Иҫәнғол мәсетендә Ураҙа ғәйете уҡыла, мосолман ҡәрҙәштәр рәхим итһендәр.

Г.Түләбаева. Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: