Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2019, 18:49

Медицина тармағын үҙгәрештәр көтә

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса республикала байтаҡ мөһим эштәр башҡарыласаҡ.

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса республикала байтаҡ мөһим эштәр башҡарыласаҡ.
Ил Президенты тарафынан 2024 йылға тиклем милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар билдәләнде. Мәҫәлән, уртаса ғүмер оҙайлығын – 78, ә көтөлгән сәләмәт йәшәү оҙайлығын 67 йәшкә тиклем еткереү бурысы ҡуйыла.
Сабыйҙар үлемен 1000 кешегә иҫәпләгәндә 4,7-гә тиклем кәметеү ҡарала. Был мөһим эштәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса ҙур саралар планлаштырылған. Алғы планда – тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен кәметеү маҡсатында республика кардиология үҙәгенең өр-яңы хирургия корпусы төҙөләсәк, юғары технологиялы медицина ҡорамалдары файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Онкология сирҙәре менән көрәш буйынса ҙур программа әҙерләнгән, кадрҙар менән тулыландырыу, республиканың медицина учреждениеларында ауырыуҙар өсөн 13 бүлексә булдырыу, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе юлға һалыу буйынса эш башланды.
Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында берҙәм һанлы контур булдырыу ҙа көн үҙәгендә торған мәсьәлә.
Фото: yandex.ru
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#ВладимирПутин