Был төндә беҙҙең яҙмышыбыҙ билдәләнә
Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар Ҡәҙер кисен билдәләй. Был төндә Ергә бик күп фәрештә төшөп, изге ғәмәлдәр башҡара, ә Хоҙай Тәғәлә үҙенең ҡолдарының доғаларына, үҙ-үҙҙәрен тотоштарына, теләгән теләктәренә ҡарап, артабанғы яҙмыштарҙы билдәләй. Был кис тиҙҙән Рамаҙан айының бөтәсәге хаҡында ла һөйләй. Ҡәҙер төнөн изгелектә, иманлы итеп үткәргән кешенең бөтә гонаһтары ла юйыла, ғәфү ителә. Тап ошо төндә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре төшөрөлә башлаған.
Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Хоҙай Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисе мең айҙан да яҡшыраҡ. Тимәк, был төндә башҡарылған эштәр, уҡылған доғалар, Ҡөрьән уҡып Хоҙайҙы иҫкә төшөрөү күпләтә яҡшы.
Рамаҙан айының 20-се көнөнән башлап һуңғы төнгә тиклем Ҡәҙер төнө хаҡында уйлана башларға, төнө буйы Ҡөрьән уҡырға, теләктәр теләргә мөмкин.
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләүе һәм көтөүе билдәле. Һуңғы ун төндә ул бөтә ғаилә ағзаларын йоҡоһонан уятып, торғоҙоп доға, Ҡөрьән уҡыған. Шулай уҡ ул күпселек ваҡытын мәсеттә үткәргән, йортона ла һирәк ҡайтҡан. Хоҙай Тәғәләнән бөтә мосолман өсөн бәхет, хаҡ юл һораған.
Был төндә мосолмандар янына фәрештәләр төшә һәм улар беҙҙең яҙмышыбыҙҙы аныҡ билдәләй. Фәрештәләрҙең күпме буласағын бер кеше лә белмәй, улар Ер шарына саҡ һыйып йөрөйәсәк тиеүселәр ҙә бар.
Билдәле булыуынса, Рамаҙан айында шайтандар тимер бығауҙар менән бәйләп ҡуйыла, тимәк, бәндәләр уның ҡотҡоһона бирелмәй, азат була.
Ҡәҙер кисенән һуң таң ҡыйылғас, Ябраил фәрештә бар фәрештәләрҙе лә үҙ урындарына саҡырыр. Фәрештәләр унан һорар: «Йә, Ябраил! Аллаһы Тәғәлә беҙҙең бөтә мосолмандарҙы ла ғәфү итеүен һорап ҡылған доғаларыбыҙҙы ҡабул иттеме?» – тиеп. Ябраил фәрештә яуап бирер: «Аллаһы Тәғәлә барса мосолмандарҙың да гонаһтарын ғәфү итте, мәгәр дүрт төрлө кешеләрҙән башҡаларын: эскеселәрҙе; ата-әсәләренә итәғәт итмәүселәрҙе; туғанлыҡ ептәрен өҙөүселәрҙе; үҙенең мосолман ҡәрҙәше менән 3 көндән артыҡ һөйләшмәй йөрөүсене». Сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙҙән һоранылар: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?» – тиеп. Пәйғәмбәребеҙ: «Аллаһуммә иннәкә ғәфүүн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии», – тип яуап бирҙе. Йәғни: «Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине».
Хаҡ мосолман Ҡәҙер кисенең бөйөклөгөн, ҡиммәтен аңларға тейеш. Ислам дине таралғанға тиклем кешеләр быны белеүҙән мәхрүм булған. Бындай ҙа мөһабәт төн мосолмандар өсөн генә бирелгән, ҡәҙерен белергә кәрәк.
Ҡәҙер төнө – хәлебеҙҙе яҡшыртыу, ер йөҙөндә йәшәйешебеҙҙе матур һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә юл асыу өсөн ҙур мөмкинлек ул. Был төндә яҙмыштарыбыҙ яҙылыуын бөтә күңелебеҙ менән аңлайыҡ, бөтәһе лә бәндәнең үҙенең ҡулында! Хоҙайҙың кешеләрҙе ярлыҡауы билдәле, әлеге кистә был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булырға теләүселәр өсөн бөтә юлдар ҙа асыла.
Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, Хоҙайҙан бәхет һорарға кәрәк.