Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 12:10

Быуала йәш ҡыҙ һәләк булған...

Биш ҡыҙ һыу төшөргә барған ул көндө. Бер ваҡыт икеһе ауға эләгеп, бата башлағас, батыр ҡыҙыҡай уларҙы ҡотҡарырға ташланған.

Воронеж янындағы бер быуала һыу төшкәндә 17 йәшлек ҡыҙыҡай ике әхирәтен ҡотҡарып, үҙе һәләк булған.


Биш ҡыҙ һыу төшөргә барған ул көндө. Бер ваҡыт икеһе ауға эләгеп, бата башлағас, батыр ҡыҙыҡай уларҙы ҡотҡарырға ташланған. Әхирәттәренә сығырға ярҙам иткән дә бит, үҙе ауҙа буталып, тонсоҡҡан...


Ауылдаштары һәләк булған ҡыҙҙы тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай, алсаҡ булды, "бишле"гә генә уҡыны, тиҙәр.


Был фажиғә буйынса тикшереү эше бара.


Әйткәндәй, ул быуала йыш ҡына кешеләр һәләк була икән. "Бында һыу төшөү тыйылған" тигән яҙыуҙар бер кемде лә туҡтатмай, үкенескә...