9 Май. Байыш урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” атлай... Йөрәктәрҙе тетрәндергес тантаналы минуттар. Байыш ауылы биләмәһенән һуғышҡа 481 кеше киткән. Уларҙың 291 һуғышта һәләк булған. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары 9 Май – Еңеү көнөндә балалары, ейәндәре менән бергә ауыл урамдары буйлап уҙа...
Колоннаның башында хәрби кейем кейеп, байраҡ тотҡан 7-се класс уҡыусыһы Данил Йомалин бара. Тәүге рәттәрҙә – Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Самат Йәрмөхәмәтов, район Советы депутаты, шәхси эшҡыуар Риф Хәлитов, Байыш ауыл биләмәһе башлығы Ғәли Күсәрбаев, мәктәп директоры Әнүәр Ғүмәров, артабан уҡыусылар, уҡытыусылар, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы атлай. Колоннаға халыҡ өҫтәлгәндән өҫтәлә. Аталарының, ҡартаталарының, олаталарының фотоһүрәттәрен тотҡан өлкән быуын кешеләре ҡушыла.
Байыш ауылы биләмәһе халҡы өсөн быйылғы 9 май икеләтә байрам булды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, Еңеү менән ҡайтҡан һалдаттарға, үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл батырҙарына, Афғанстанда, Чечняла һәм башҡа локаль конфликттарҙа үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташтарыбыҙға таҡтаташ та асылды. Был мөһабәт монумент Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Эйе, Байыш ауыл биләмәһе халҡы был эштә үҙенең берҙәмлеген, уңғанлығын күрһәтһә, биләмә башлығы Ғәли Ғәлимйән улы үҙен оҫта ойоштороусы, арымай-талмай эшләүсе етәксе итеп танытты.
Ғ. Күсәрбаев был ихге эште атҡарып сығырға булышлыҡ иткән бөтә халыҡҡа оло рәхмәтен еткерҙе. Шулай уҡ ул таҡтаташты эшләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Риф Рәшит улы Хәлитовҡа рәхмәт әйтте һәм Байыш ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ошондай уҡ Рәхмәт хатына Р. Үтәмишев, Ә. Мөхәмәтйәнов, Ф. Йәркәев, З. Йомалин, А. Ҡансурин һәм башҡалар ҙа лайыҡ булды. Самат Фирҡәт улы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, ауыл халҡын байрам менән ҡотланы. Ул Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған еңел атлетика буйынса район ярыштарында I урын яулаған 6-сы класс уҡыусыһы Нәркәс Ҡолтаеваға, 7-се класс уҡыусыһы Данил Тләүморатовҡа, II урын яулаған Дим Рәхимғоловҡа миҙалдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Мәктәп иһә район командалары араһында III урынға лайыҡ булды – физик культура уҡытыусыһы А. Мөхәмәтйәновҡа кубок һәм Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Митингта Байыш мәктәбе директоры Ә. Ғүмәров, шулай уҡ ветерандар советы рәйесе И. Йәркәев, хеҙмәт ветераны Х. Назаров сығыш яһанылар.
Тантаналы минуттар яҡынлаша... Аҡ туҡыма таҡтаташ өҫтөнән әкрен генә шыуып ергә төшә. Бөтәһе лә таҡтаташ эргәһенә ағыла. Кемдер исемлектән һуғышта һәләк булған атаһын, ҡартатаһын эҙләй. Кемдер тыл батырҙарының исемлеген барлай. Афғанстанда, Чечняла һәм башҡа локаль конфликттарҙа үҙҙәренең хәрби бурыстарын үтәгән һалдаттарҙың исемдәрен уҡыйҙар. Бына Чечняла һәләк булған ике тапҡыр “Батырлыҡ” ордены кавалеры Илмир Рауил улы Мөхәмәтйәнов...
Батырҙар, беҙ һеҙҙе онотманыҡ! Һеҙ һәр саҡ беҙҙең менән. Был таҡтаташ – мәңгелек хәтер ул!
Сеү! Тыңлағыҙ. Тыңлағыҙ әле.
Таш һәйкәлдәр йырлай әкрен генә.
Таш һәйкәлдәр балҡый эстән генә,
Унда яна батырҙар йөрәге.
Һалдаттар ҙа йырлай унда –
Һәйкәлдәрҙе тыңлайыҡ тын ғына...
Бөйөк Ватан һуғышында, башҡа локаль конфлиттарҙа һәләк булған батырҙарҙы халыҡ бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Артабан тантана мәктәптең тамаша залында дауам итте. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Алһыу Ғөбәйҙуллина, музыка уҡытыусыһы Рәил Ғөбәйҙуллин һәм бейеү түңәрәге етәксеһе Гөлдәр Тоҡомбәтова етәкселегендә мәктәп уҡыусылары бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренең сығышы ла тамашасылар күңеленә хуш килде.
Ауыл биләмәһе башлығы Ғ. Күсәрбаев, ветерандар советы рәйесе И. Йәркәев һәм Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ғ. Йәркәева тылда Еңеүҙе яҡынайтышҡан Камила Муллағәле ҡыҙы Юлдыбаеваны, Мәғәфиә Сәлихйән ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаны һәм Сәйетғәле Мырҙагәрәй улы Йәнбулатовты 90 йәшлек юбилейҙары менән ҡотланылар. Камила Муллағәле ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған атаһына бағышлап яҙған шиғырын да һөйләп ишеттерҙе. Сәйетғәле Мырҙагәрәй улы: “Атайым һуғышҡа киткәндә миңә 14 йәш ине, ә хәҙер инде 90-ды тултырҙым. Атайымдан күпкә өлкәнмен, ә ул һаман да йәш көйө. Мин уны бер ҡасан да онотмайым, атайым һәр саҡ минең йөрәгемдә һаҡлана” , – тине.
Эйе, беҙ бар донъяны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарған еңеүсе һалдаттарҙы онотмайбыҙ. Улар беҙҙең менән “Үлемһеҙ полк”та атлай. Улар таҡтаташтан беҙгә өндәшә. Беҙ батырҙарҙы онотмайбыҙ, улар менән ғорурланабыҙ, уларҙы хәтерләйбеҙ.