"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Июнь 2019, 18:02

Хеҙмәтселәр ғәйеплеме?

Бер Ҡытай хакимы һарайындағы хеҙмәтселәр менән һунарға сыға. Күл буйына килеп етеү менән хаким унда йөҙөп йөрөүсе аҡҡошто күрә һәм уғын уға төбәп атып ебәрә. Ләкин сәпкә теймәй...

Бер Ҡытай хакимы һарайындағы хеҙмәтселәр менән һунарға сыға. Күл буйына килеп етеү менән хаким унда йөҙөп йөрөүсе аҡҡошто күрә һәм уғын уға төбәп атып ебәрә. Ләкин сәпкә теймәй. Аҡҡош тиҙ генә ҡамышлыҡтар араһына инеп юғала. Шул саҡ хакимдың хеҙмәтселәре ҡысҡырыша башлай:

– Ҡалай уңышлы төбәп аттығыҙ, әфәнде!

– Беҙҙең хакимыбыҙ Ҡытайҙың иң шәп уғатары!

– Беҙҙең хакимдың уғы һәр саҡ сәпкә тейә лә ҡуя ул!

Атҡан уғының аҡҡошто хатта яралап та ҡарамағанын, хеҙмәтселәренең икейөҙлөләнгәнен белһә лә, хаким өндәшмәй. Тик һарайына ҡайтҡас, аҡыл эйәһенән һорай ҡуя:

– Әйт әле, ни өсөн минең хеҙмәтселәрем алдаша? Улар берәй ваҡыт дөрөҫтө һөйләрме миңә?

Аҡыл эйәһе хакимға шулай тип яуғап ҡайтара:

– Әгәр хаким шиғыр ярата икән – хеҙмәтселәре лә уға шиғыр уҡый. Әгәр ҙә хаким музыка менән мауыға икән – хеҙмәтселәре музыка ҡоралын ҡул осонда ғына тота. Әгәр хаким ялағайлыҡты һәм ялғанды ярата икән – ул саҡта хеҙмәтселәре лә ялағайлана һәм алдаша. Хеҙмәтселәр хакимға оҡшаған, уның күңелен төшөрмәгән эште генә башҡара. Шулай булғас, әфәндем, уйлап ҡарағыҙ инде – һеҙгә ялғанларға мәжбүр булған хеҙмәтселәр ғәйеплеме бында?
Читайте нас: