30 йыл элек 4 июндә Башҡортостанда ҡот осҡос һәләкәт була
1989 йылдың 4 июнендә урындағы ваҡыт менән 1 сәғәт 15 минутта булған катастрофа Рәсәйҙә иң ҙуры тип иҫәпләнә. Көндөҙ бында СССР Юғары Советы рәйесе М. С. Горбачев һәм хөкүмәт ағзалары килә. 5 июндә илдә бер көнлөк матәм иғлан ителә.
Ике поезд: береһе Новосибирскиҙан Адлерға, икенсеһе ҡаршы йүнәлештә төнгө ҡараңғылыҡта елдерә. Улар Әшә һәм Оло Тәләк араһындағы 1710-сы километрҙа осраша һәм шартлай. Күп тонналы вагондар юнысҡы һымаҡ урман буйлап оса. 38 вагондың етеһе тулыһынса янып бөтә, 26-һы эстән дә, тыштан да яна, 11-ен тулҡын юлдан ситкә алып ырғыта. Поездар был урында элек бер ваҡытта ла осрашмай. Әле иһә Новосибирскиҙан сыҡҡаны һуңлай, Адлерға барғанында бала тыуа. Яҡындағы станцияла әсә менән сабыйҙы ҡалдырыу өсөн поезд 15 минутҡа туҡтай.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ике поезда 1284 кеше, шул иҫәптән 383 бала була. Ләкин ул йылдарҙа билеттарға исем-шәрифтәрҙе яҙмайҙар, “ҡуяндар” вагондарға еңел инә, биш йәшкә тиклемге балалар бөтөнләй билетһыҙ йөрөй. Шуға күрә пассажирҙар күберәк булғандыр тип фаразлана. Һәләк булыусылар исемлегендә бер үк фамилиялар йыш осрай – берәүҙәр ғаилә менән ял итергә бара, икенселәр ҡайта.
Фажиғә урынында 258 мәйет табыла, 806 кеше бешә һәм йәрәхәтләнә, уларҙың 317-һе дауаханаларҙа үлә. Барлығы 575 кеше вафат була, шул иҫәптән 181 бала.
Шартлау көслө булғанлыҡтан, 10 саҡрым алыҫлыҡтағы Әшә ҡалаһындағы өйҙәрҙең тәҙрә быялалары ҡойолоп төшә. Ялҡын бағанаһы 100 км алыҫлыҡтан күренә. 350 метр тимер юл емерелә, 17 км оҙонлоҡтағы һауа элемтә линияһы сафтан сыға. Янғын 250 гектар урманды солғап ала.
Фажиғә урынында мәйет еҫе аңҡый. Йәмшәйеп бөгөлгән тутыҡ төҫөндәге вагондар ни өсөндөр юлдан бер нисә метр ситтә ята. Тимерҙе бындай хәлгә килтерергә ниндәй температура мәжбүр иткәнен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. (Һуңынан белгестәр асыҡлауынса, ул 1000 градусҡаса күтәрелгән). Шуныһы ғәжәпләндерә: был янғында, үртәлгән ерҙә, электр бағаналары һәм шпалдар төбө-тамыры менән аҡтарылған урында кешеләр нисек иҫән ҡалды икән?
Һуңынан хәрбиҙәр шартлау ҡеүәте 20 мегатонна тәшкил итеүен билдәләй, был американдар Хиросимаға ташлаған атом бомбаһының яртыһына тиң. Шартлау урынында ағастар вакуумдағы кеүек ауа. Шартлау тулҡыны 12 саҡрым радиуста бөтә өйҙәрҙең дә тәҙрә быялаларын бәреп төшөрә. Вагон киҫәктәре хатта 6 км ситтә лә табыла.
Фажиғәнән дүрт йыл элек тимер юлдан 900 метр ситтә газ үткәргес һуҙалар. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, талаптарҙы боҙоп, газ үткәргес уйһыулыҡтан, урман араһынан һуҙыла, ә тимер юл бейек тупраҡ өҫтөндә. Торбала ярыҡ барлыҡҡа килә, уйһыулыҡта әкренләп газ туплана, тимер юлға үрмәләй башлай. Шартлауға ни сәбәпсе булғандыр, әле булһа билдәһеҙ. Бәлки, тамбурҙан ташланған тәмәке төпсөгөлөр, бәлки, тәгәрмәстәр аҫтынан сыҡҡан осҡондор?
Әйткәндәй, бер йыл элек был торба шартлаған була, бер нисә эшсе үлә. Әммә саралар күрелмәй.
Газ ҙур майҙанға тарала. Ҡайһы бер шаһиттарҙың һөйләүенә ҡарағанда, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә насар еҫте һиҙгән. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетһеҙлекте булдырмау сараһы күрелмәй.
– Төнгө сәғәт икенселә Башҡортостан яғынан сағыу ҡыҙыллыҡ күтәрелде. Ут бағанаһы юғарыға йөҙҙәрсә метрға атылды, шунан шартлау тулҡыны килеп етте. Гөрһөлдәү өйҙәрҙәге тәҙрәләрҙе алып осорҙо.
– Күккә ялҡын үрмәләне, көн кеүек яҡтырҙы, беҙ атом бомбаһы ташланылар, тип уйланыҡ. Янғынға машиналарҙа, тракторҙарҙа елдерҙек. Техника текә битләүгә күтәрелә алманы. Битләүгә тырышып-тырмашып менергә тотондоҡ – тирә-яҡта ҡарағайҙар янған шырпы һымаҡ тора. Түбәндә – һынған тимерҙәр, ҡолаған бағаналар, электр тапшырыусы матчалар, тән киҫәктәре... Ҡорһағы ярылған бер ҡатын ҡайында аҫылынып тора. Битләү буйлап ут эсенән йүткерә-йүткерә ҡарт шыуыша. Нимәсә йыл үтте, ә ул һаман да күҙ алдымдан китмәй. Шунда мин кешенең газ һымаҡ зәңгәр ялҡын менән яныуын күрҙем. Әгәр тамуҡ булһа, ул унда ине.
– Әшәләр хаҡында айырым әйткем килә. Һәр ауырыу янында үҙҙәре теләп дежурҙа торҙолар, ул ҡәҙәр шәфҡәт туташын ҡайҙан еткерәһең, тағы ла был урынды биләр өсөн сират барлыҡҡа килде. Улар кәтлит, картуф, яралылар һораған бөтә нәмәне килтерҙе. Бындай ауырыуҙарға шыйыҡлыҡты күп эсергә кәрәклеге билдәле. Был тиклем компотты мин күҙ алдына ла килтерә алмайым: тәҙрә төптәре, иҙән туп-тулы. Корпус алдындағы майҙан ирекмәндәр менән тулған. Бөтә Әшә ярҙамға күтәрелде.
Бешкән яралыларҙы алып киткәс, кәүҙә киҫәктәрен – ҡулдарҙы, аяҡтарҙы, янбаштарҙы бөтә урмандан йыялар, ағастарҙан алып, носилкаларға һалалар. Кискә, рефрижераторҙар килгәндә, кеше ҡалдыҡтары менән тулған бындай носилкалар егермегә яҡынлаша. Кисен дә граждандар оборонаһы һалдаттары тимергә йәбешкән ҡалдыҡтарҙы киҫеп алыуҙы дауам итә. Тирә-йүндә табылған әйберҙәрҙе – балалар уйынсыҡтарын һәм китаптарҙы, сумкалар һәм сумаҙандарҙы, кофталарҙы һәм салбарҙарҙы айырым өйөмгә йыялар, улар ни өсөндөр бөтөн һәм зарарланмаған, хатта көймәгән дә. Юлда эшләүсе һалдаттарға йөҙәр грамм спирт бирәләр. Уларҙың күпме металды һәм янған кәүҙәләрҙе әйләндереүен күҙ алдына килтереү ҡыйын. Эҫелеккә, һыҫыҡ еҫкә иғтибар итмәй, ал-ял белмәй эшләйҙәр.
Йөҙҙәрсә кешенең үлеүе, ҡот осҡос бешеүе һәм имгәнеүе өсөн төҙөүселәр яуап бирә. Тәфтишселәр баштан уҡ дәрәжәле кешеләргә – проектты етешһеҙлектәр менән раҫлаған тармаҡ проекты институты етәкселәренә сыға. Нефть сәнәғәте министры урынбаҫары Донгарянды ла ғәйепләйҙәр, ул сығымдарҙы кәметеү өсөн тотош магистралдең эшен контролдә тотоусы приборҙар – телеметрия ҡуймаҫҡа ҡуша. Трасса өҫтөнән осоп йөрөргә тейешле вертолетты ла, линия обходчигын да бөтөрәләр. 1992 йылдың 26 декабрендә суд була. Һуҙғанда һәм ергә күмгәндә торбалар йәнселеү арҡаһында дүрт йыл буйы газ сығып тороуы асыҡлана. Эште яңынан тикшерергә ебәрәләр. Алты йыл үткәс, Башҡортостандың Юғары суды ҡарар сығара: хөкөм ителеүселәрҙең барыһын да икешәр йыл иректәренән мәхрүм итергә. Кемдәр һуң улар? Участка начальнигы, прораб, мастерҙар, төҙөүселәр... Ҡыҫҡаһы, күҙ буяу.
1992 йылда фажиғә урынында һигеҙ метрлыҡ мемориал ҡорола. Йыл һайын һәйкәл янында матәм митингылары үтә. 2009 йылда Новосибирск станцияһында фажиғәнең егерме йыллығы көнөндә ҡорбандар иҫтәлегенә һәйкәл асыла. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе 1710-сы километрҙа яңы туҡталыш төҙөй. Өфөнән Әшәгә юлланыусы бөтә электричкалар бында туҡтап китә. Монумент нигеҙендә Адлер – Новосибирск поезының бер нисә маршрут таҡтаһы ята.