Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Июнь 2019, 11:20

Ейәнсура майҙан тотто – гөр килеп торҙо йыйын

1 июндә район һабантуйы үттеЯҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған, ялан батырҙарына, малсыларға – ғөмүмән, агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлаусы байрам – Һабантуй беҙҙең районда республикала тәүгеләрҙән булып уҙғарылды.

1 июндә район һабантуйы үтте

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған, ялан батырҙарына, малсыларға – ғөмүмән, агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлаусы байрам – Һабантуй беҙҙең районда республикала тәүгеләрҙән булып уҙғарылды.

Байрам дуҫтар менән уртаҡлашҡанда ғына матур була. Беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға оло ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов, БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ринат Нагаев, Әлфәрис Байсурин, Хәйҙәр Ғайсин, БР-ҙың ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев һәм башҡалар килгәйне.

Ауыл кешеһе ер менән тығыҙ бәйләнгән. Уға хужаларса мөнәсәбәттә булып, тырышлығыңды һалһаң, һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй. Бер һүҙ менән әйткәндә, ер – эшләтә лә, ашата ла. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы тармағы үҫеш кисерә. Төрлө хужалыҡтар хөкүмәт ярҙамы менән алған яңы, заманса техникалар – быға асыҡ миҫал. Килгән ҡунаҡтар ҙа Һабантуй яланына үтер алдынан хужалыҡтарҙың ғорурлығы булған машина-тракторҙар, ауыл хужалығы агрегаттары менән яҡындан таныша алды.

Тынлы оркестр байрам башланыу хаҡында хәбәр итеү менән, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм барлыҡ ижади коллективтар ҡатнашлығындағы хореографик композиция башланды. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов тантаналы өлөштө асты. Ул район халҡын байрам менән ҡотланы, байрамдың төп сәбәпселәре – ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләп, һөнәрҙәренә, тыуған ерҙәренә тоғро ҡалғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Байрам тәбрикләүҙәренә БР-ҙың ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин да ҡушылды һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарын тапшырҙы. Яҙғы баҫыу эштәре, мал ҡышлатыу буйынса барған район бәйгеһендә еңеүсе хеҙмәткәрҙәр, хужалыҡтар, шулай уҡ район хакимиәте башлығы иғлан иткән шишмәләр төҙөкләндереү бәйгеһендә еңеүселәр – барыһы ла лайыҡлы баһаһын алды.
Һабантуй сәхнәһендә йыр-моң тынманы. Тантаналы өлөштө үҙешмәкәрҙәрҙең сығышы алмаштырҙы. Төрлө ауылдарҙан килгән һәүәҫкәрҙәр, ижади коллективтар, ғаиләләр үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп, шәп бүләк өсөн бәйге тотто.

Шулай уҡ, алдан хәбәр итеүебеҙсә, район гәзиттәренә яҙылыусылар араһында шәп бүләктәр уйнатылды. «Ейәнсура таңдары» әҙерләгән смартфон Бикбирҙе ауылындағы гәзит уҡыусыбыҙ Әнзинә Аҙнағолова өлөшөнә төштө.

Район гәзитен ғүмер буйы алдырам, яратып уҡыйым. Үҙем дә баҫмаға төрлө мәҡәләләр, мәҙәктәр ебәреп торам, гәзит иғлан иткән конкурстарҙа ла ҡатнашырға тырышам. Быға тиклем дә плед, тәпешкәләр отҡаным булһа, быйылғы Һабантуй бигерәк уңышлы булды. Төшөмдә оҙон аҡ тауар күрҙем дә, «Хәйерлегә, ҡыуанысҡа булһын» тип юрағайным. Миңә «Ейәнсура таңдары» гәзитенең иң ҙур бүләге – смартфон эләкһә, ғаиләбеҙ менән йырлап, 2- се урын алдыҡ! Бына, шөкөр, юрағаным юш килде. Беҙҙе ҡыуандырған редакция хеҙмәткәрҙәренә, квитанцияны тартып сығарған Айгүзәл Йәнсуринаға, ғаиләмә, йылы һүҙҙәрен йәлләмәй ҡотлаған туғандарыма, дуҫтарыма ҙур-ҙур рәхмәт! Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, ҡыуаныс-шатлыҡтар, эштәрендә уңыштар теләйем. «Ейәнсура таңдары» гәзитен алдырығыҙ, уҡығыҙ!

Һабантуй биҙәге


Һәр ваҡыттағыса халыҡты иң күп йыйған ярыш, һабантуй биҙәге – бәйгене бөтәһе лә ашҡынып көттө. Бөтәһе өс заезд булып, тәүгеһендә – ҡатнаш тоҡомло аттар, икенсеһендә – эш аттары, өсөнсөһөндә таҙа тоҡом аттары бәйге тотто. Һөҙөмтәләр буйынса тәүге бәйгелә еңеү Анкур ҡушаматлы атта «Зенит» ЯСЙ-һынан Н. Аҡһаринға, икенсе бәйгелә Саптар атында «Руссал» ЯСЙ-һынан А. Ишмөхәмәтовҡа, өсөнсө бәйгелә «Зенит» ЯСЙ-һынан Сокол атында ярышҡан С. Таймасоваға тейҙе.

Һабантуйҙа милли көрәш тә тамашасыны күп йыйған ярыштарҙың береһе. Был ярыш төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар йылдан-йыл арта. Батырҙар келәменә сығып көс һынашып, матур көрәш күрһәтеү һәм еңеү – һәр малайҙың хыялы. Йәш көрәшселәр өлкәндәрҙән һис тә ҡалышманы. Һәр алыш көйәрмәндәрҙең хуплау тауыштары менән оҙатылып барҙы, ә еңеү ҡаршы яҡты баш аша таҙа алып ташлау менән билдәләнде. Йәш батырҙар араһында Ишемғол егете – гимназия уҡыусыһы Рифат Ғәниев беренселекте алды һәм һарыҡҡа эйә булды. Һабантуйҙың абсолют еңеүсеһе тип көрәш менән өсөнсө йыл профессиональ шөғөлләнгән ¤мбәт ауылы егете, әле Ишембай нефть колледжында белем алған Марсель Сырлыбаев табылды. Ул һарыҡ һәм телевизор менән бүләкләнде.

Кем етеҙ?


Һәр кем үҙ күңеленә ятҡан ярыш төрөн һайланы. Кемдәрҙер көрәшһә, кемдәрҙер йүгереүҙән алдырҙы. Бәғзеләр күмәк уйындарҙы һайлаһа, ҡай берәүҙәр яңғыҙ уйындарҙы хуп күрҙе.

2400, 1200, 400 һәм 100 метр аралыҡтарға уҙышыу өсөн эҫе көндә көс һынашҡандар тик хуплауға лайыҡ, бында ихтыяр көсөнөң ныҡ булыуы кәрәк. Тиҙлекте яратыусылар араһында беренселек Байыш ауыл биләмәһенән Илһам Ишмөхәмәтовҡа һәм Таҙлар ауыл биләмәһенән Әҙилә Аҡкөбәковаға тейҙе. Оҙонлоҡҡа һикереүҙә тәүге урындарҙы балаларҙан – Дмитрий Муржанов, ә өлкәндәрҙән Фидан Ҡыуандыҡов алды.

Ауырлыҡ күтәреүҙә элегерәк ир-егеттәр генә көс һынашһа, хәҙер гүзәл заттарыбыҙ ҙа уларҙа ҡалышмай. Рәмзилә Ҡолһарина (Байдәүләт), Алиса Ғөбәйҙуллина (Иҫәнғол), Байдәүләт ауыл биләмәһенән – Ильяс Аҙнағолов, Рәнис Ҡолмөхәмәтов, Аҡбар Дауытов, Данис Иҙрисов, Ильяс Имелбаев (Әбүләис) үҙ ауырлыҡ категорияларында еңеү яуланы.

Армрестлинг буйынса Фәрүәз Аҡсурин (Байдәүләт), Дан Кирәев (Ибрай), Андрей Фролов (Таҙлар), Алексей Петренко (Ырымбур өлкәһе), Эльмира Назароваларға тиңләшеүселәр табылманы.

Футбол һәм волейбол яландарында ла бик ҡыҙыу алыштар барҙы. Ике уйын да спортсыларҙың бер тигеҙ, команда булып еңеү өсөн тир түгеүенән тора. Футболда һабантуй еңеүселәре булып өмбәттәр табылһа, волейболда ла уларҙың ир-егеттәр командаһы беренселекте бирмәне, ә ҡатын ҡыҙҙарҙан «Фаворит» (Иҫәнғол) еңеү яуланы.

Балалар шатлығы – иң ҙур ҡыуаныс

Балалар һабантуйы – халыҡ байрамының айырылғыһыҙ өлөшө, уны мәктәпкәсә йәштәге һәм уҡыусы балалар тәрбиәләгән ғаиләләр йыл да көтөп ала. Быйылғы йыл һабантуйҙа ошо йүнәлештә район мәғариф бүлеге яңылыҡ та индергәйне – майҙансыҡҡа беренсе тапҡыр бәләкәй тирмә урынлаштырылды, район үҙәге балалар баҡсалары тәрбиәселәре мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә уйындар үткәрҙе. Кескәйҙәр таста «балыҡ» та тотто, арҡан да тартышты, күҙ бәйләп приз да ҡырҡты, «һыбай сапты», тылсымлы тоҡтан киндер сюрприз алды һәм башҡа бәйгеләрҙә таҫыллығын һынаны. Кескәйҙәрҙең тырышлығы бүләктәр менән билдәләнеп, күптәре шатлыҡлы хистәр кисерҙе, һабантуйҙың ысынлап та шәп байрам булыуына ҡыуанды.

Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижадын үҫтереү үҙәге хеҙмәткәрҙәренә йылдағыса мәктәп йәшендәге балаларға уйындар үткәреү бурысы йөкмәтелгәйне. «Ғаилә» балаларға һәм ғаиләгә ярҙам бүлеге уйын үткәреүен абайланыҡ.

Һүҙҙең тураһы кәрәк – күктә ҡыҙыу ҡояш ҡыҙҙырғанда балаларға уйындарҙа ҡатнашып, бүләк алыу еңелдән булманы. Уйындар барышында яҡындағы махсус сәхнәлә йыр-моңда ярышты балалар, сығыштар төрлө кимәлдә булһа ла, ширлектәрҙә ял итеп тамаша ҡылған өлкәндәргә оҡшаны, үтә матур сығыштарға устарын йәлләмәй ныҡ ҡына алҡышлап та ултырҙылар.

Күргәҙмәләр һуңғы йылдарҙа һәр бер сараны оҙата, балалар һабантуйы майҙансығы ла ярайһы уҡ сағыу һәм күркәм йыһазландырылғайны, бигерәк тә фотоға төшөргә яратыусылар үҙенә уңайлы фон таба алды. Бәүелсәктәр, бәләкәй өҫтәл-ултырғыстар һәм башҡа уңайлыҡтар балаларҙың күңеленә хуш килде.

Шәхси йүнселдәр ҙә дөйөм күренешкә үҙ өлөшөн индерҙе – балалар байрамы үткән майҙанға яҡын ерҙә күсмә буфет эшләне, батутта һикереү, пониҙа һыбай йөрөү кеүек түләүле хеҙмәттәр бар ине. Эшҡыуарҙар үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү өсөн хатта бәләкәй концерт та ҡуйҙы.

Тирмәләр – ҡунаҡ йорто


Тирмәләр оҙайлы йылдар дауамында һабантуйҙың айырылғыһыҙ атрибутына әйләнгән. Быйылғы сарала ла ауыл биләмәләре, төрлө ойошмалар тирмәләренән оҙон һәм ҡеүәтле урам хасил булғайны. Нимә-нимә, беҙҙең районда тирмә ҡороп ҡына ҡалмайҙар, янында тотош ихата барлыҡҡа килтереп (ситән үреп, кәртәләү тотоп), уны боронғо һауыт-һаба, дауа үләндәре, көнкүрештә файҙаланыр өсөн ҡулдан яһалған ағас һәм тимер ҡоролмалар, йәнлек тиреләре, яһалма күл, дебеттән һәм йөндән бәйләнгән кейем-һалым, туҡылған келәм һәм башҡа экспонаттар менән биҙәйҙәр, йәғни тирмәләр ниндәйҙер кимәлдә музей ролен дә үтәп ҡуя. Тирмә эсенә сәңгелдәк элеп, урындыҡ ултыртып, ашъяулыҡ түшәп, самауыр шыжлатып, милли аш-һыу ҡуйыусылар ҙа, заманса өҫтәл-ултырғыс ултыртыуҙы хуп күреүселәр ҙә бар ине – һәр кем ҡулынан килгәнсә, фантазияһы еткәнсә әҙерләнгән. Ҡыҫҡаса шуны әйтергә була – тирмәләр биҙәү буйынса барлыҡ ауыл Советтарында һәм район ойошмаларында оло тәжрибә бар.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов оҙатыуында ¤фөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар Ейәнсура тирмәләре менән яҡындан таныша алды, барыһының иғтибарын бигерәк тә алыҫтан уҡ мөһабәтлек менән балҡыған «Маяҡ» ЯСЙ-һы тирмәһе йәлеп итте. Уның янында беркетелгән стендта ауыл хужалығы предприятиеһының күрһәткестәре, ҡаҙаныштары айырым-асыҡ күренә ине, башлыҡ Дәмин Юланов үҙе лә коллектив эшен яҡшы баһалап, йылы һүҙҙәр әйтеп сығыш яһаны. Тирмәләргә яҡын майҙанда һәүәҫкәр артистар өсөн сәхнә ҡулайлаштырылғайны, унда бәйге дауамлы барҙы, тирмә хужалары ла ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп ҡаршыланы, түргә, табынға саҡырҙы.

Әйткәндәй, ауыл Советтарының милли тирмәләр буйынса конкурсы йомғаҡланып, хеҙмәттәре Почет грамоталары менән билдәләнде. «Милли тирмә» номинацияһында – Яңыбай, Бикбау, Абзан ауыл Советтары; «Милли аш-һыу» номинацияһында – Яңыбай, Байыш, Үтәғол ауыл биләмәләре; «Иң яҡшы Шәжәрә» номинацияһында Яңыбай, Байдәүләт, Үтәғол ауыл Советтары бүләкләнде. Муйнаҡ ауыл Советы «Райондың арҙаҡлы шәхестәре» тематикаһын асҡан өсөн дәртләндереү призына лайыҡ булды.

Кем өлгөр – бүләк шуға эләкте

Халыҡ уйындары һабантуйҙы яҡшы биҙәне, теләге булғандар кәмендә бер уйында көсөн һынаны. Балалар бәйгеһенән айырмалы рәүештә бында уйын шарттары ҡатмарлаштырылды, бүләкте йылдың-йылы уйнап, «шымарып» бөткән бәйгеселәр генә эләктерҙе. Тоҡ менән һуғышыу, «балыҡ тотоу», ҡалаҡ менән йүгереү, бәүелсәк бағанаға менеү, ҡатыҡтан аҡса эҙләү, көршәк ватыу, тоҡ кейеп ярышыу, бура һуғыу, уҡлау тартыу һәм башҡа бәйеләрҙә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә сәмле ярышты, уйында еңелеүселәр булмай, был бары тик дуҫтарса осрашыу тип ярым шаяртыу менән ҡабул ителде улар.

Авторҙар фотолары.

Читайте нас: