Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Июнь 2019, 12:22

Берҙәм транспорт картаһы. Нимә ул?

1 июлдән республикабыҙҙа Берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә. Башта ул – Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта, артабан ярты йыл эсендә башҡа ҡала, райондарҙа ла эшләй башлаясаҡ.

1 июлдән республикабыҙҙа Берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә. Башта ул – Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта, артабан ярты йыл эсендә башҡа ҡала, райондарҙа ла эшләй башлаясаҡ.


Берҙәм транспорт картаһы – ул, асылда, электрон билет-янсыҡ. Мәҫәлән, һеҙ унда 100 һум аҡса һалаһығыҙ һәм транспортта водитель менән иҫәпләшеү урынына, картаны махсус ҡулайламаға ҡуйып, юл хаҡын түләйһегеҙ. Тәүге арала уны автобустарҙа ғына, көҙҙән иһә башҡа төр транспортта ла (ҡала-ара рейстарҙан тыш) ҡулланып буласаҡ. Салонда турникеттар ҡуйылмаясаҡ, уның ҡарауы, бер нисә терминал эшләйәсәк. Юл хаҡын түләмәгәндәрҙе маршруттағы контролерҙар тотасаҡ.


Карта менән иҫәпләшкәндә юл хаҡы арзанға төшәсәк. Мәҫәлән, әле “Башавтотранс” автобустарында ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә юл хаҡы – 25 һумға, ә транспорт йәки банк картаһы ярҙамында 20 һумға ярашлы. Шул уҡ ваҡытта картаны тулыландырыуға ҡарап, уның буйынса түләнгән юл хаҡының үҙгәреүе, йәғни бер юлы күберәк юл йөрөү өсөн түләһәгеҙ, хаҡтың арзанайыуы ихтимал. 1 сентябрҙән сәғәтле тариф ғәмәлгә индерелә. Юл хаҡын бер юлы түләп, сәғәт эсендә бер нисә автобусҡа күсеп ултыра алаһығыҙ. Әйткәндәй, ҡулаҡса менән иҫәпләшеү ҙә, ғәҙәти банк картаһы ярҙамында юл хаҡын түләү ҙә тыйылмаясаҡ.


Берҙәм транспорт картаһын “Рәсәй почтаһы” бүлексәһендә, “Өфөматбуғат” киосктарында, селтәр магазиндарында, Һаҡлыҡ банкы һәм “Уралсиб” банкы бүлексәләрендә, шулай уҡ хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин. Уның хаҡы – 50 һум.


Бөтә республика буйынса картаны тулыландырыу пункттары селтәрен асыу күҙаллана. Унда аҡсаны Һаҡлыҡ банкы-онлайн һәм “Уралсиб” интернет банкы аша ла күсерергә була. 1 сентябрҙән иһә смартфонға транспорт картаһын тулыландырыу, балансты, операцияларҙы, юл йөрөүҙәрҙе күҙәтеү мөмкинлеген биргән мобиль ҡушымта ғәмәлгә инәсәк.


Ике төрҙәге карта ҡулланыласаҡ. Тәүгеһен, аныҡ кеше исеменә яҙылғанын, юғалтҡан осраҡта, файҙаланыуға кәртә ҡуйып, бөтә мәғлүмәтте һәм балансты ҡайтанан тергеҙергә мөмкин , икенсеһе, исемһеҙе, ярҙамында иһә сит-яттар ҙа юл хаҡын түләй аласаҡ.


Пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси ойошмалар үҙенең һәр автобусында берҙәм транспорт картаһын ҡулланыу тураһындағы мәғлүмәтте урынлаштырырға тейеш. Әле иҫәпләшкән карталар тәүге арала ғәмәлдә ҡаласаҡ, әммә әкренләп әйләнештән сығарыласаҡ.


Башҡортостанда ниндәйҙер ташламалары булғандар уларҙы артабан да юғалтмаясаҡ. Улар айына 600 һумлыҡ берҙәм социаль юл йөрөү билеты һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Билет ярҙамында бөтә төр дәүләт һәм муниципаль транспортта йөрөргә була. Әүәлге картаны файҙаланырғамы, әллә сәғәтле тарифҡа күсергәме – үҙҙәре хәл итә.


Июлгә яҡыныраҡ республикала колл-үҙәк эшен башлай. Системаның эше буйынса һорауҙар, дәғүәләр менән тап шунда мөрәжәғәт итергә була. “Ҡыҙыу элемтә” номеры һәм интернеттағы сайттың адресы иһә картала күрһәтелә. Шулай уҡ транспорт сараларында, туҡталыштарҙа мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.


Әйткәндәй, башҡа ҡалаларҙа Берҙәм транспорт картаһының үҙ атамаһы бар: Мәскәүҙә – “Тройка”, Санкт-Петербургта – “Подорожник”. Өфөлә лә картаның атамаһы буласаҡ. Әлегә исем һайлайҙар. Теләге булған һәр кем 10 июнгә тиклем Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Класташтар” селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә тауыш бирә ала.
Читайте нас: