Юлдыбай ауылы (халыҡ телендә Сураш) бәләкәй генә ауыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халҡы бик тырыш, егәрле. Ата-бабалар ҡасандыр ҡарбуз-ҡауын үҫтереү менән шөғөлләнгән, әле лә ауылға килеп ингәс тә «Феррум» ЯСЙ-һы эшләгән теплицалар күҙгә ташлана, эсендә ҡыяр, помидор һәм башҡа йәшелсәләр бар, халыҡҡа эш урыны булдырылған.
Ауылдың заманында үҙ мәсете лә булған, динде бөтөрөү башланғас, уны клуб иткәндәр.
9 июндә мәсетте тергеҙеү маҡсатында, халыҡ йыйылышып, намаҙ уҡып, изге йортҡа нигеҙ һалды. Ниәттәре: быйыл мәсеттең манараһын күтәреп ҡуйыу, ә осона манараны ҡолатҡан ваҡытта кемдер алып ҡалып, әлегә көндә 92 йәшлек Әминә Хисам ҡыҙы Әбүбәкировала һаҡланған айын ҡуясаҡтар.
Клубта ойоштороусы булып эшләгән Розалия Ғәлиева әйтеүенсә, 29 июндә үтәсәк «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ҡайтҡан яҡташтар күреп, ҡыуанһындар. Бәлки, кемдәрҙер мәсеткә ярҙам ҡулы күрһәтергә теләк белдерер, ти ул.
Башланған эш – бөткән эш, иман йорто тиҙ арала төҙөлөп бөтөр тип уйлайбыҙ, ә башлап йөрөүселәргә афарин тиергә ҡала.
Р. Ғәлиева һәм автор фотолары.