ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Июнь 2019, 11:22

Тоғро дуҫтар булып ҡалайыҡ

14 июнь – БР матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө Яңынан-яңы медиа-технологиялар үҫешкән бөгөнгө заманда ла гәзит һүҙе йәмғиәттә мөһим һәм лайыҡлы урын биләүен дауам итә. Көслө һүҙ кешеләрҙе берләштерә, яҡшылыҡҡа ышаныс уята алғаны барыбыҙға ла мәғлүм. Шулай уҡ һәләк итеү көсөнә эйә булыуын да бер кем дә инҡар итмәҫ. Шуға күрә гәзит хәбәрсеһенең күҙе үткер, ә ҡәләме осло, әммә объектив булыуы зарур.

14 июнь – БР матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Яңынан-яңы медиа-технологиялар үҫешкән бөгөнгө заманда ла гәзит һүҙе йәмғиәттә мөһим һәм лайыҡлы урын биләүен дауам итә. Көслө һүҙ кешеләрҙе берләштерә, яҡшылыҡҡа ышаныс уята алғаны барыбыҙға ла мәғлүм. Шулай уҡ һәләк итеү көсөнә эйә булыуын да бер кем дә инҡар итмәҫ. Шуға күрә гәзит хәбәрсеһенең күҙе үткер, ә ҡәләме осло, әммә объектив булыуы зарур.

Беҙҙең редакция ҡыҙҙары Әлмира Әйүпова, Айгөл Ҡылысбаева, Әнисә Бикташева – нәҡ шундайҙар. Хәбәрселәребеҙ отпускыла саҡта хаҡлы ялдағы хеҙмәткәребеҙ Наилә Ҡарабаева ярҙамға килде. Берҙән-бер егетебеҙ Юлай Мырҙабаев – яуаплы секретарь ҙа, версткалаусы ла, сайтты материалдар менән тулыландырыусы ла. Гәзит «кухня»һында ул – төп кеше. Гәзит уҡыусылар исеменән уларҙы һәм күп һандағы штаттан тыш авторҙарыбыҙҙы ҡотлайым, эштәрендә уңыштар теләйем.

Төрлө саралар йыш булып, өлгөрә алмай киткәндә, штаттан тыш авторҙарыбыҙға таянабыҙ. Улар беҙҙең күҙебеҙ ҙә, ҡолағыбыҙ ҙа. Уларҙың ярҙамы менән барыһын да күрергә, белергә, гәзиттә яҡтыртырға тырышабыҙ. Тик һуңғы осорҙа урындарҙағы хәбәрселәребеҙ сафы һирәгәйә төштө: үҙенең махсус төҙөгән календары буйынса яҙып, иҫтәлекле көндәрҙе оноторға бирмәгән Дамира апай Дәминеваны, әленән-әле редакцияға килеп, шиғырҙарын уҡып ишеттереүсе Сәғәҙәт ағай Байгилдинды, әллә ҡасан булған ваҡиғаларҙы ла хәтерендә тотоп, ҡағыҙға төшөрөүсе, Бикбирҙе, Таҙлар ауылдары кешеләре хаҡында мәҡәләләр яҙып тороусы Марат ағай Сәйфуллинды юҡһынабыҙ (йәндәре йәннәт түрендә булһын).

Яңылыҡтар эҫе мәлендә халыҡҡа етһен өсөн интернетты ла файҙаланабыҙ: «Класташтар», «Бәйләнештә» селтәрҙәрендә «Ейәнсура таңдары» гәзите төркөмө үҙ эшен әүҙем алып бара. Унда ла һеҙҙең ярҙамды даими тоябыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ.

Яҡшылыҡтан яҡшылыҡ яралыуын, төшөнкөлөккә бирелеп, һүрелә төшкән күңелдәрҙә өмөт ҡуҙын баҙлатып ебәреүен белгәнгә, уңыш ҡаҙанған һәйбәт кешеләр тураһындағы мәҡәләләргә күп урын бирәбеҙ. «Ана бит, фәлән кешенең ҡулынан килгән, мин дә булдырам!» – тип тотоноп, ысынлап та эшен, тормоштарын яйға һалған кешеләр етерлек.

Тик бер нәмә эсте бошора: тираж йылдан-йыл кәмей. Уның ҡарауы, социаль селтәрҙә төркөмөгөҙгә ҡушылыусылар һаны арта бит, тиеүселәр булыр. Шөкөр, өс йыл самаһы элек булдырылған «Ейәнсура таңдары» төркөмөнә 3295 кеше ҡушылды ла инде. Киләсәктә тағы ла ишәйербеҙ, районда, республикала, илдә булып торған хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар менән мәлендә танышып барырға теләүселәр беҙҙең төркөмгә ҡушылыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Хәҙер бит өлкән гәзит уҡыусыларыбыҙҙың да интернет менән дуҫлығы нығына бара. Әйткәндәй, элек ҡырҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ район гәзитен алдырыуҙан мәхрүм булһа, хәҙер улар электрон вариантына яҙылып, гәзитте башҡаларҙан алда уҡыу мөмкинлегенә эйә. Хәйер, ҡағыҙ «районка»ға яҙылыуҙы ҡиммәтһенгән, йә почта насар эшләгән урындарҙа район эсендә лә «Ейәнсура таңдары»ның электрон вариантына яҙылырға була. Бының өсөн «Ейәнсура таңдары» гәзитенең сайтына zori102-b.rbsmi.ru адресы буйынса инергә лә «Яҙылырға» тигән төймәгә баҫырға ғына кәрәк. 6 айға яҙылыу хаҡы – 546 һум. Ҡырҙа йәшәгән балаларығыҙға, туғандарығыҙға ла ошо хаҡта еткерһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Сөнки туған тел, мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат – үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, уларҙың береһе генә бөтһә лә, ҡалғандары күҙ алдында ҡаҡшай. Башҡорт матбуғаты – башҡорт балы, башҡорт ҡурайы һымаҡ уҡ, күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлауға мохтаж ҡиммәтебеҙ.

Һаман да бергә ҡалайыҡ, дуҫлыҡҡа хыянат итмәйек, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

Әйткәндәй...

Хәҙер «Ейәнсура таңдары» гәзитен райпо магазиндарында ла һатып алырға мөмкин!

Читайте нас: