Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Июнь 2019, 11:52

АЙЫҠЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТӘ БЕРҘӘМ ЭШЛӘҮ КӘРӘК

Бөгөн халыҡ араһында эскелекте, алкоголизмды иҫкәртеүгә, шулай уҡ суррогат алкоголде законһыҙ һатыуға ҙур иғтибар бирелә. Был йүнәлештә Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан район территорияһында “Алкоголь”, “Контрафакт” оператив-профилактик саралар көн дә уҙғарыла.

Бөгөнгө көндә халыҡ араһында эскелекте, алкоголизмды профилактикалауға, шулай уҡ суррогат алкоголь продуктын законһыҙ һатыуға ҙур иғтибар бирелә. Был йүнәлештә Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу факттарын иҫкәртеү һәм асыҡлау буйынса “Алкоголь”, “Контрафакт” шартлы исеме аҫтында район территорияһында оператив-профилактик саралар көн дә уҙғарыла.
Уҙған 2018 йылда законһыҙ спиртлы эсемлектәрҙе һатыу һәм ташыу буйынса 145 хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған.
Ағымдағы йылдың 5 айында 57 законһыҙ алкоголь продуктын һатыу асыҡланған, әйләнештән139,2 литр спиртлы эсемлектәр алынып, тикшереү өсөн тапшырылған. Эҙләнеү һөҙөмтәләре буйынса 37 граждан 14.17.1 ст. 1-се өлөшөндә ҡаралған “Физик шәхестәрҙең законһыҙ алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе ваҡлап һатҡандары өсөн” статьяһы буйынса мировой судтың Ейәнсура районы буйынса суд участкаһына йәлеп ителде. Һәм мировой судтың Ейәнсура районы буйынса суд участкаһы тарафынан 15 000 һум күләмендәге штраф Иҫәнғолдан гр. К-ға, Яңы Павловканан гр. Д. һәм К-ға, Таҙларҙан гр. Г., И., Д., Ш-ға, Башҡорт Үргененән гр. К-ға, Иҙәштән гр. Б. һәм А-ға, Сирғолдан гр. К-ға, Иҙелбәктән гр. Д-ға, Ныяҙғолдан гр. Б-ға, Саҙалынан гр. Б-ға, Кинйәбулаттан гр. К-ға һалынды. “Бәлиғ булмағанға алкоголь продукцияһы һатҡан өсөн” Иҫәнғол ауылының “Ларец” һәм “ Империя” магазиндарының ике һатыусыһы яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм улар 15 000 һум суммаһында административ яуаплылыҡҡҡа тарттырылған. Шулай уҡ “У Иваныча” кафе-магазинында шәхси эшҡыуар тарафынан алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу осраҡтары асыҡланған. Гражданин Х. РФ-ның административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.16 ст. 3-сө өлөшөндә ҡаралған “Этил спиртын, алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе һатҡанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу” статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа йәлеп ителгән һәм уға 20 000 һумлыҡ штраф һалынған.
2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы территорияһында алкоголь продукттарын ташыу буйынса яңы статьяһы ғәмәлгә инде. Эске эштәр бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре автомашиналарҙа законһыҙ рәүештә алкоголь продукттарын ташыу факттарын асыҡланы.
2019 йылдың 17 апрелендә Ира-Магнитогорск юлында салонында 14 коробка алкоголь продукцияһы булған “Ниссан Жук” машинаһы туҡтатылған. Орск ҡалаһынан гражданка Ш. шәхси автомобилендә Ҡаҙағстан республикаһында етештерелгән алкоголь продукттарын ташыу менән шөғөлләнгән, уның машинаһында 0,5 л күләмдәге 155 шешә “Qulan” араҡыһы, 0,5 литрлыҡ 16 шешә “Астана” маркалы коньяҡ табылған. Продукттар тартып алынған һәм экспертизаға ебәрелгән һәм был факт буйынса тикшереү эштәре бара.
Әйтергә кәрәк, 2018 йылда араҡы ташыусы 1 берәмек автотранспорт туҡтатылған. Иҫәнғол ауылында йәшәүсе гр. М. үҙенең автомобилендә 17 полимер шешәлә спиртлы шыйыҡса ташыған. Күрһәтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн мировой судтың Ейәнсура районы суд участкаһы тарафынан был гражданинға 3000 һум күләмендә штраф һалынды, алкоголь продукцияһы конфискацияланды.
Гәзит уҡыусыларҙың хәтеренә төшөрәбеҙ: бер йыл эсендә РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.17.1 статьяһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ҡабатлап ҡылған өсөн, ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң, РФ ЕК-ның 171.4 статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы килә, йәғни 50 000-дән 80 000 һумға тиклем күләмендәге штраф ҡаралған йә иһә 1 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителә.
Шулай, 2018 йылда Башҡорт Самаҙыһы ауылы кешеһе Д.-ға ҡарата РФ ЕК-ның 171.4 стаьяһында ҡаралған енәйәт эше ҡуҙғатылған. Мировой судтың Ейәнсура районы суд участкаһы ҡарары менән уға 40 000 һум күләмендә штраф һалынған.
Ағымдағы йылдың апрелендә ошо уҡ статья буйынса Иҙелбәк ауылы гражданы Д.-ға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эштәре бара.
Спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу менән көрәш Рәсәй Эске эштәре министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡала, был линия буйынса эштәр көн дә ҡарала һәм спиртлы продукттарҙы һатыуҙы киҫәтеү, иҫкәртеү буйынса саралар күрелә.
Һығымта яһап шуны әйтергә кәрәк, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауҙа һәм енәйәтселек менән көрәштә йәмәғәтселек менән бергә эшләүе, ирекле халыҡ дружиналарын һәм йәмәғәт формированиеларын әүҙемләштерергә кәрәк. Халыҡҡа мөрәжәғәт итәбеҙ: әгәр ҙә берәй ауылда алкоголь продукцияларын төндә йәки законһыҙ һатыуҙы белһәгеҙ, ишетһәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ, анонимлы ла мөмкин.
Читайте нас: