"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Июнь 2019, 12:08

Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын

Изге ғәмәлдәр айы, сауаптары иҫәпһеҙ күп булған Рамаҙан тамамланды. Уның алдынан ғына, Бәрә’әт кисендә Байыш ауылы клубында үткән бер сара тынғы бирмәй. Күптәрҙең күңеленә ғәм һалыусы “Ислам шарттарын өйрәнеү” тип аталған был кисә тураһында гәзит уҡыусыларға ла еткереү бик урынлы булыр, моғайын.

Изге ғәмәлдәр айы, сауаптары иҫәпһеҙ күп булған Рамаҙан тамамланды. Уның алдынан ғына, Бәрә’әт кисендә Байыш ауылы клубында үткән бер сара тынғы бирмәй. Күптәрҙең күңеленә ғәм һалыусы “Ислам шарттарын өйрәнеү” тип аталған был кисә тураһында гәзит уҡыусыларға ла еткереү бик урынлы булыр, моғайын. Оҙон-оҙаҡ фәлсәфәгә ҡоролмайса, ислам шарттары тураһында ябай, һәр кем зиһененә һеңдерерлек, аңлайышлы итеп һөйләнелеүе менән алдырҙы был кисә. Хәйер, баштан бәйән итәйек.

Аҙан тауышы ишетелә, экранда Әл-хәрәм мәсете һәм Кәғбәтулла күрһәтелә. Яҡташыбыҙ, аҡһаҡалыбыҙ Хәсән Назарҙың шиғри юлдары яңғырай:

Бисмиллаһир- рәхманир-рахим, – тип

Салауат әйтһәм, баҙнатлылыр кисәм.

Йөрәк һүҙем һиңә, Хаҡ Тәғәләм,

Һиңә, Раббым рәсүле – изге сәләм.

Әй, Илаһым, сихри таң һыҙыла,

Аҙан килә беҙгә Шәреҡтәрҙән.

Сабырлыҡтар менән аҡ өмөттәр

Эркелеп тә китә йөрәктәрҙә.

Һай, илаһи был аһәң,был ауаз,

Мәңгелектең тылсымылыр был саз.

Йәнгә мосолманлыҡ рухын өрҙөң,

Хоҙай рәхмәтендә бул һин, остаз...

Сәхнәлә Байыш ауылы имамы Әнәс Мөхәмәтйәнов “Фәтиха” сүрәһен уҡый. Алып барыусы барыһын да сәләмләп, был сүрә бөгөнгө осрашыуға ла изге фәтиха булһын, тип теләктәрен еткерҙе. Ауыл имамдары барлыҡ әрүәхтарҙың рухтарына бағышлап, аят уҡығанда, залда йыйылған барса халыҡ мәңгелек йортҡа күскән яҡындарын уйлап, исемдәре менән хәтерләп ултырғандыр.

Сәхнәгә эленгән ҙур плакат барыһының да иғтибарын үҙенә йәлеп итте, унда исламдың биш шарты яҙылғайны:

1. Кәлимәи Шәһәҙәт;

2. Намаҙ ҡылыу;

3. Ураҙа тотоу;

4. Зәкәт биреү;

5. Хаж ҡылыу.

Был кисә халыҡҡа нәҡ ошо шарттарҙы аңлатыу, күрһәтеү өсөн уйланылғайны. Проект авторы, сараны әҙерләүсе Өфөлә йәшәүсе ауылдаш Ғилман Мөхәмәтйәнов булды. Ҙур әҙерлек зштәре – ауыл, район хакимиәте, эске эштәр бүлеге менән алдан килешелеп, рөхсәт ҡағыҙҙары алынды, иғландар зленде, Биштирәк, Элмәле, Байыш ауылдары имамдары менән ойоштороу эштәре үтте. Ауыл хакимиәте, ветерандар советынан Ишбулды Йәркәйев, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ғәзимә Йәркәева, мәҙәниәт йорто директоры Рәил Ғөбәйҙуллин, китапханасы Кинйәбикә Ғүмәрова бөтә яҡлап ярҙам иттеләр. Сараны район мәҙәниәт йорто директоры Альфред Ваһапов алып барыуы оло мәртәбә өҫтәне. Райхана Ваһапова, Тәнзилә Яҡшыбаева, Ғәлиә Назарова, Миңлебай Йәркәев, Рита Теләүбаева һөйләгән шиғырҙарҙа халыҡтың иманға ҡайтыуына һөйөнөс хистәре сағылды. Рәил Ғөбәйҙуллин башҡарған йырҙа ла өс көнлөк кенә донъяла сауаплы ғәмәлдәр менән йәшәүгә саҡырыу яңғыраны. Артабан исламдың һәр шарты берәмләп төшөндөрөлдө. Быны ауыл имамдары һөйләне, күрһәтте.

Шәһәҙәт – ғәрәп һүҙе, башҡортса таныҡлыҡ тигәнде аңлата, ошо һүҙҙән шаһитлыҡ һүҙе килеп сыҡҡан, нимәгәлер шаһит булыу, мәғлүмәтле булыу, мәғлүмәт биреү, йәки таныҡлыҡ биреү. Кәлимәи- ғәрәп теленән башҡортсаға –төп мәғәнәһендә, ниндәйҙер ғәмәлдең, эштең башы мәғәнәһендә бирелә. Кәлимәи Шәһәҙәт – төп таныҡлыҡ һүҙен аңлата, иң мөһим мәғлүмәт. Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә йөрәге менән ышанып, ихлас өс тапҡыр әйткән кеше мосолман тип һанала. Ислам, мосолман динендә ул иң мөһим, иң беренсе һүҙ. Ул иң беренсе шарт. Ошо һүҙҙәрҙе әйтмәгән кеше мосолман тип һаналмай. Кәлимәи Шәһәҙәт ғәрәп телендә әйтелә һәм ошолай китерелә: Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүүлүһ. Мәғәнәһе: Аллаһтан башҡа һис бер тәңре юҡ, Хәҙрәти Мөхәммәт Уның ҡоло һәм Илсеһе..

Был изге һүҙҙәрҙе әйтеү – ислам динен ҡабул итеү, тигәнде аңлата. Кәлимәи Шәһәҙәтте йыш ҡабатлап йөрөүҙең сауабы ҙур, уны тел һәм йөрәк менән ихлас, ысын күңелдән ышанып әйтергә кәрәк. Кәлимәи Шәһәҙәт әйтергә Байыш ауылы имамы Әнәс Мөхәмәтйәнов саҡырылып, бөтә йәмәғәт менән Кәлимәи Шәһәҙәт ғәрәп телендә өс тапҡыр әйтелде.

Мотлаҡ үткәрелергә тейеш ғәмәлдең иң әһәмиәтлеһе ул – намаҙ.

НАМАҘ– кешенең Раббыһы менән һөйләшеүе, серләшеүе. Намаҙ уҡыуҙан һис кем бушатылмай, ауырыуҙар ятҡан йәки ултырған килеш булһа ла, мосафирҙар юлда транспортта барғанда ишарат менән булһа ла уҡырға тейеш. Ул рухты яҡшырта, йөрәкте яҡтырта, кешене Аллаһы Тәғәлә хозурына күтәрә торған бер ғибәҙәт. Намаҙ беҙҙе тән һәм рух таҙалығына ирештергән бер нурҙыр. Намаҙ ҡылыу тәртиптәрен Элмәле ауылы имамы Ринат Абдуллин күрһәтте, аңлатты.

Ислам шарттарының өсөнсө – дүртенселәре – УРАҘА һәм ЗӘҠӘТ.Улар менән Биштирәк ауылы имамы Айҙар Бикташев таныштырҙы.

Иман шарттарының бишенсеһе ХАЖ ғәмәле тураһында Ғилман хажи Мөхәмәтйәнов һөйләне.

Бына шулай исламдың биш шарты ла байҡап, аңлатылып сыҡты.

Кисәлә ҡатнашыусылар әйтерһең, аҙан тауыштарынан, аяттарҙан, матур йырҙарҙан, шиғырҙарҙан күңелдәре, йөрәктәре таҙарып, сафланып сыҡты. Бөгөнгө күңел аҙҙырыусы нәмәләр күп осорҙа күңелде сафландырыусы ошондай саралар ҙа халҡыбыҙға бик кәрәктер.


Теманы дауам итеп

Сара, әйткәнебеҙсә, Ғилман хажи башланғысында ойошторолдо. Ул үҙе 5-6 йыл элек намаҙға баҫҡан. Юғары урында эшләгән яҡташыбыҙ тыйнаҡ, баҫалҡы булыуы менән ихтирам уята. Уның фекеренсә, ҡайҙа эшләү – мөһим түгел, иң мөһиме – аңың менән аңлау, Аллаһы Тәғәләнең тыйғандарынан тыйылыу, ҡушҡандарын үтәү. “Етәксе булып эшләгәс, һине лә һыйлайҙар, һин дә һыйлайһың. Ә ниндәй һый араҡыһыҙ була – шулай аңлай торғайныҡ, – ти ул. – Элек тә ташлап ҡараным – тик оҙайлы килеп сыҡманы. Тик иманға килгәс кенә ниндәйҙер бер ныҡ бағанаға терәлгән һымаҡ булдым. Сергей Радонежский әйткән бит, донъялыҡты ҡотҡармағыҙ, үҙегеҙҙе ҡотҡарығыҙ һәм һеҙҙең эргәгеҙҙә меңәрләгәндәр ҡотолор, тип. Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тарихи әһәмиәте нимәлә? Башҡорт халҡы ҙур ҡыйралыштарҙан күңел төшөнкөлөгөнә бирешә башлағанда, халыҡты иманға нығыраҡ йәлеп иткән, Нәҡшбәндиә суфыйлыҡ тәриҡәтенә һыйындырған. Уның 10 меңләп шәкерте булған. Мин дә эсмәй башлағайным – минең эргәләгеләр үҙгәрә башланы. Ваҡытында күрҙем бит төшөнкөлөккә бирелгәндәрҙең, тормош үҙгәреүенә яраҡлаша алмағандарҙың баҡыйлыҡҡа киткәнен. Тәкәббер кешеләр менән дә шулай уҡ. Заманында типтереп йөрөһәләр ҙә, тормоштоң үҙгәрешенә, ауырлығына түҙә алмайынса киткәндәр булды. Зәйнулла Рәсүлев, Мөжәүир хәҙрәт, Ғатаулла ишан, Ғабдулла Сәиди, Әхмәтбаҡый хәҙрәт һәм башҡалар өйрәткән бит: йөрәгеңдә һөйөү булһа, Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнештә булаһың. Йөрәгең Аллаһы Тәғәлә менән булһын, ә ҡулың – эштә”.
Читайте нас: