Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Июнь 2019, 18:03

Тиҙҙән бишенсе ҡоролтай

Бөгөн Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы үткәрелде. Унда киләһе аҙнала үтәсәк оло сараға әҙерлек барышы ҡаралды.

Бөгөн Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы үткәрелде. Унда киләһе аҙнала үтәсәк оло сараға әҙерлек барышы ҡаралды.


Ултырышта БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин,

Өфө ҡалаһы ҡала округы башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Ишембай районы башлығы Азамат Абдрахманов, "Ҡурай" музыкаль телеканал етәксеһе Рита Өмөтбаева һәм башҡалар ҡатнашты.


Ултырышта Өфө Телеүҙәге алдында Шәйехзада Бабичҡа арналған һәйкәлде асыу, "Самрау-шоу" байрамына, йыйындың Торатау буйында үткән өлөшөнә әҙерлек кеүек саралар тураһында һөйләнеләр. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу-оҙатыу, мәҙәни саралар, хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә туҡтап үттеләр.
Читайте нас: