"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Июнь 2019, 14:06

Австрияла вәкиллек асылды

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәрен асыу буйынса эш алып барыла.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәрен асыу буйынса эш алып барыла.


Әле “Башҡортостан Республикаһы менән Австрия Республикаһы араһындағы хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү ассоциацияһы”н асыуға Австрия яғынан хуплау булды. Офис Венаның эшлекле үҙәгендә урынлашасаҡ.


Ассоциация, Австрияла Башҡортостандың мәнфәғәттәрен сағылдырып, ике республика араһында иҡтисади, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк, Австрия баҙарына Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы сығарыуҙы, бизнес миссиялар, конгресс-күргәҙмә һәм мәҙәни саралар ойоштороуҙы тәьмин итәсәк.


Республикабыҙ Австрия менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә. Быйыл апрелдә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Австрияға сәфәр ҡылды. Уның барышында республикабыҙҙың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙылар, Австрияның эшлекле даирәләре вәкилдәре, рәсми кешеләре менән осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр булды. Бер нисә килешеүгә өлгәшелде. Улар иҫәбендә 25 июндә Венала Башҡортостан көндәрен һәм милли һабантуй байрамын үткәреү ҙә бар.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: