ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостан биләмәһендә уҙған тәүлектә 7 гектарҙан ашыу майҙанда дүрт урман янғыны теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡотҡарыусыларҙың һуңғы мәғлүмәте буйынса, төбәктә 4,9 гектар ерҙә ике янғын дөрләй. Хәйбулла районында — 3,2 гектар, Бөрйән районында 1,7 гектар ер ут ҡамауында.
Быйыл янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып Башҡортостанда 1671 гектарҙан ашыу майҙанда 127 урман янғыны теркәлгән.
Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек төбәктә 94 урман янғыны иҫәпләнгән, яҡынса 740 гектар уттан зыян күргән.
26 июндә Башҡортостан райондарында икенсе, урыны менән өсөнсө һәм дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.
Бөгөн республиканың Йылайыр, Иглин, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында юғары — дүртенсе класлы янғын хәүефе көтөлә.