Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Июнь 2019, 11:04

Китап – мәңгелек хәтер

20 июнь көнө район үҙәк китапханаһының уҡыу залында Башҡортостаныбыҙҙың оло юбилейы айҡанлы баҫылып сыҡҡан «Иңдәрендә – ил яҙмышы» китабының исем туйы үткәрелде.

20 июнь көнө район үҙәк китапханаһының уҡыу залында Башҡортостаныбыҙҙың оло юбилейы айҡанлы баҫылып сыҡҡан «Иңдәрендә – ил яҙмышы» китабының исем туйы үткәрелде.

Ғ. Хөсәйеновтың шундай һүҙҙәре бар: «Кеше уйлап тапҡан меңәрләгән асыштар араһында бер мөғжизәлеһе – китаптыр». Әлбиттә, һәр яңы китап – үҙе бер мөғжизә, кешенең рухи донъяһын тулыландырыусы ынйыҡайҙыр ул. Эйе, китап – кешенең мәңгелек хәтере лә, юлдашы, кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, уҡытыусыһы ла. Китапһыҙ халыҡ – тарихһыҙ халыҡҡа әйләнгән, ә тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге өҙөлгән.

Был йыйынтыҡты баҫтырып сығарыуға бик күп көс һалған районыбыҙ аҡһаҡалы М.С. Түләбаев видеопрезентация күрһәтте. Унда Башҡорт хөкүмәтен төҙөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр тупланғайны: Башҡортостан Хөкүмәтенең тәүге рәйесе Ю. Бикбов, Башревком ағзаһы М. Ҡулаев, Баш ЧК рәйесе

С. Мырҙабулатов, БАССР-ҙың тәүге һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары

Ғ. Ҡыуатов, 1938-1946 йылдарҙа БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе Ф. Солтанов һәм башҡалар.

Ошондай матур сарала «Ейәнсура таңдары» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Уларға Марат Сәйфулла улы, йыйынтыҡты нәшер итеүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәтен белдереп, китаптар бүләк итте. Рәхмәт һүҙҙәре шулай уҡ район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановҡа, Ейәнсура районының Өфөләге «Яҡташтар» ойошмаһы ағзаһы Юлай Вәли улы Солтанбаевҡа, район үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәренә лә еткерелде.

Әминә Әбсәләмова, китапханасы.

Редакциянан. Районыбыҙ тарихына, кешеләре яҙмышына арналған был баҫма үҙ уҡыусыларын тапты ла инде. Күп һандағы һорауҙарҙы иҫәпкә алып, һеҙҙең ярҙам менән китаптың дауамын нәшер итергә булдыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Ошо маҡсаттан сығып һәм киләһе йыл райондың барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулыу уңайынан «Ейәнсура таңдары» гәзите «Район тарихын бергәләп яҙайыҡ!» шартлы исеме менән акция иғлан итә. Үҙегеҙ белгән-ҡатнашҡан ваҡиғалар, яҡындарығыҙ тураһында яҙмалар көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: