1 июлдән һөт һәм һөт ризыҡтары составы, сифаты буйынса айырым кәштәләргә һалынырға тейеш.
Быға тиклем беҙ ысын һөт тип ҡулланған ризыҡтың һөт майын алмаштырыусы эсемлек булыу ихтималлығы хаҡында уйланманыҡ та шикелле.
Роспотребнадзор Сауҙа министрлығы менән бергәләп һөт һәм составында һөт булған ризыҡтарҙы сауҙа залдарында айырым урынлаштырыу ҡағиҙәләрен эшләне. Һәр аҙыҡҡа хаҡтар менән бергә уның тураһында мәғлүмәт тә биреләсәк.